Осрашыуға әҙиптең дуҫтары, курсташтары, студенттары килгәйне. Һәр береһе йылы иҫтәлектәре менән бүлешергә ашыҡты. Ғалим Миңлеғәле Нәҙерғолов Риф Барый улы менән бергә БДУ-ла белем алған саҡтарын, ул өйләнгәндә кейәү үңәре булыуын йылылыҡ менән иҫкә алды. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал да ятаҡта бергә йәшәгән күңелле саҡтарҙа 117-се бүлмәгә яҙыусылар, шағирҙар юл һыуытмауын һөйләне. Риф ағайҙы ғалим Рәиф Әмиров, элекке коллегаһы Әнисә Муллағолова, шағирҙар Салауат Әбүзәр, Айзилә Мортаева, музей етәкселеге вәкиле Айгөл Зөлҡәрнәева ла ҡотлап үтте, артабан да ихлас ижад итеүен теләне.
Элегия
Үҙем таптым һине,
Үҙем онотормон -
Миңә башҡа бер ни сара юҡ.
Беҙҙе яҡынайтҡан аралар ҙа ҡалыр -
Араларҙа уртаҡ яра юҡ.
Бер үҙемә ҡалһын барыһы ла:
Ышанысым. Хыял. Хәстәрем.
Миндә ҡалһын күҙҙәреңдең төҫө,
Баллы еҫе һинең сәстәрҙең.
Һин ҡалырһың һаман үҙгәрешһеҙ,
Мин көтмәмен һинән ташлама.
Һин тыуғанһың
миңә хыял булып
Ысынбарлыҡ булып башҡаға...
Риф Әхмәҙиев.