Беҙгә балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа теләктәрен, тәҡдимдәрен күп әҙерләгәйне. Ныҡ файҙалы булды осрашыу. Был мәктәптә «Йәншишмә»не яратып уҡыйҙар. Бөгөн беҙ улар янына рәхмәтебеҙҙе әйтергә, бүләктәребеҙҙе тапшырырға килгәйнек.
Әлдә шундай тоғро дуҫтарыбыҙ бар, тип ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. «Йәншишмә»гә – синыф менән!» акцияһына гел дәррәү ҡушыла яҡшымбәттәр. 2024 йылдың тәүге яртыһына гәзитебеҙгә бер түгел, өс синыфтың бөтәһе лә яҙылды! Бының өсөн икенселәргә, дүртенселәргә, алтынсыларға һәм уларҙың синыф етәкселәре Айгөл Нәғим ҡыҙы Бикмаеваға, Рузалиә Әхмәҙи ҡыҙы Айҙароваға, Зилә Дамир ҡыҙы Түләковаға рәхмәтебеҙҙе еткерҙек. Мәктәп директоры Гөлнур Ҡотдос ҡыҙы Аҡһарова ла, уның урынбаҫары Ғәлиә Әхтәм ҡыҙы Хәйбуллина ла маҡтауға лайыҡ. Гәзиткә үҙҙәре лә яҙылалар һәм уны таратыуҙа ярҙам күрһәтеп торалар.
Гәзит уҡыусылары булғанда ғына йәшәй һәм киләсәге бар. «Йәншишмә»нең дә шундай дуҫтары күберәк булһын ине.
М. СӘЙЕТОВ.
Көйөргәҙе районы, Яҡшымбәт мәктәбе.