Редакция «Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң» тигән фотоконкурс үткәргәйне. Унда беҙҙең «Гномиктар» төркөмөнән Риналия Хачина икенсе урын алғайны. Тәрбиәләнеүсемә иҫтәлекле бүләк, Почёт грамотаһы тапшырылды. Быға ныҡ шатландыҡ. «Йәншишмә» ойошторған бәйгеләрҙә гел ҡатнашып торабыҙ.
Ҡунағыбыҙ һәр тәрбиәсегә гәзиттең календарын таратты. Осрашыу аҙағында бергәләп иҫтәлеккә фотоға төштөк.
Нурзиә МӘХИЙӘНОВА, тәрбиәсе.
Баймаҡ ҡалаһы, «Йондоҙло» балалар баҡсаһы.