-11 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
10 Май , 15:00

Илешебеҙ ғорурлығы

Илеш районы – таланттарға бай яҡ. Шуларҙың береһе булған Суфиян Поварисовтың тыуыуына тиҙҙән 100 йыл тула.

Илешебеҙ ғорурлығы
Илешебеҙ ғорурлығы

Гимназиябыҙ музейында Башҡортос­тандың халыҡ яҙыусыһы, драматург, публицист, профессор, филология фәндәре докторы Суфиян Шәмсетдин улы Поварисовты иҫкә алыу кисәһе үтте. Унда әҙиптең туғандары, ижадташтары, уҡыусылар һәм уҡытыусылар ҡатнашты. Яҙыусыны белгәндәр йылы ла, моңһоу ҙа, ҡыҙыҡлы ла иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Килгән ҡунаҡтарҙы музей мөдире Сулпан Харис ҡыҙы Исламғәлиева экспонаттар менән таныштырҙы. Әйткәндәй, был музей республика Башлығының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты ярҙамында асылды.
Кисәне алып барыусылар яҡташыбыҙ­ҙың тормош һәм ижад юлына байҡау яһаны. Илнар Ғилметдинов шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған «Ауылымдың айлы кистәре» йырын бүләк итте. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Светлана Хәниф ҡыҙы Фәйзрахманова юбилярҙың «Илешем-емешем» шиғырын тасуири уҡыны. «Бал­ҡыш» әҙәби берләшмәһе етәксеһе Гөлфинә Мирзаян ҡыҙы Сәлимова яҙыусының әҙәбиәт донъяһындағы урынын юғары баһаланы һәм һүҙҙе әлеге көндә Ҡырмыҫҡалы районында йәшәгән Клара Суфиян ҡыҙына бирҙе. Ул атаһының йор һүҙле, кинәйәле, ша­яртыуҙары һәр саҡ мәғәнәле булыуын оло хөрмәт һәм йылылыҡ менән иҫкә алды. Дүртөйлөнән килгән ейәнсәре Лилиә Марс ҡыҙы музейҙы булдырыуға ҙур өлөш индергән мәктәп етәксеһенә, уҡытыусыларға рәхмәтен еткерҙе һәм олатаһы менән бергә йәшәгән һуңғы йылдарын һөйләп үтте. Яҡын туғаны Илһөйәр Афзал ҡыҙы Суфиян Поварисовтың туған йәнле, кешелекле булыуын әйтте.
Яҡташыбыҙ оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. Беҙҙең уҡытыусылар араһында ла уның уҡыусылары бар. Шуларҙың береһе – Гөлшат Фирҙүс ҡыҙы остазын киң күңелле, яҡташтарына ҡарата айырыуса иғтибарлы һәм ярҙамсыл булғанын билдәләне.
Шағир Рәлиф Шәғәли һәм яҙыусы Мәрйәм Шәмсиеваның да сығыштары кисәгә йәм өҫтәне. IX – X си­ныф уҡыусылары үҙҙәрен ҡыҙыҡһындыр­ған бөтә һорауҙарына ла яуаптар алды.
Хәтер кисәһе, ысынлап та, ихлас, йылы үтте. Иҫ киткес кеше, күренекле яҙыусы Суфиян Шәмсетдин улы Поварисов тураһындағы яҡты иҫтәлектәр беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Светлана ФӘЙЗРАХМАНОВА, Сулпан ИСЛАМҒӘЛИЕВА,
1-се гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары.
Илеш районы, Үрге Йәркәй ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: