Беҙҙең синыфта «Йәншишмә»не яратып уҡыйҙар. Ә Әҙилә Мырҙағәлина гәзиткә яҙышып, редакция үткәргән бәйгеләрҙә ҡатнашып тора. Синыфташыбыҙҙың әүҙемлегенә һоҡланабыҙ. Был көндө уға «Йәншишмә»нең йәш хәбәрсеһе» танытмаһы тапшырылды. Әҙиләбеҙ һәм Х синыфтан Нәркәс Ласынова «Әсәм теле – сәсән теле» конкурсында еңгәндәре өсөн Почёт грамотаһы, автографлы китаптар менән бүләкләнеп тә һөйөндө.
Редакциянан беҙгә ҡунаҡтар йыш килмәй. Шуға ла Мирсәйет Юнысовҡа үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарыбыҙҙы биреп ҡалырға тырыштыҡ. Гәзиттең бөгөнгө хәле, киләсәге, уны ҡайһы районда күп алдыралар, журналист булыу еңелме – барыһын да белгебеҙ килде. Бигерәк тә Фидан Монасипов, Илнур Танһыҡҡужин, Искәндәр Йосопов, Әҙилә Мырҙағәлина, Илзирә Ғәлиуллина, Фәнзил Килдебаев, Айзилә Ҡоҙашева, Азамат Ильясов әүҙемлек күрһәтте. Мин дә үҙемдең һорауымды әҙерләгәйнем.
Осрашыуыбыҙ ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды. «Йәншишмә» тураһында күпте белеп ҡалдыҡ.
– Гәзитебеҙ йәшәһен өсөн уның уҡыусылары ла күп булырға тейеш. Шуның өсөн райондар буйлап йөрөйбөҙ, осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Әлбиттә, гәзитте уҡымлы, ҡыҙыҡлы итергә лә тырышабыҙ, – тине ҡунағыбыҙ.
Осрашыу аҙағында ул «Йәншишмә»нең тоғро дуҫы булғаны өсөн уҡытыусыбыҙ Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы Мырҙағәлинаға рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе.
Алтынбай ХӘСӘНОВ,
IX синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.