-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
15 Май , 14:56

Атаҡлы сатирик менән осрашыу

Был осрашыу Амалия Ҡорбанова менән Ильяс Ҡасимов өсөн ныҡ иҫтәлекле булды. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимовҡа 75 йәш тулыу айҡанлы үткәрелгән байрам кисәһендә ҡатнашып, район мәҙәниәт һарайында атаҡлы сатириктың шиғыр­ҙарын һөйләнеләр. Тамашасылар үҙҙәрен алҡыштарға күмде. Яҙыусы уларға бүләктәр ҙә алып килгәйне.

Атаҡлы сатирик менән осрашыу
Атаҡлы сатирик менән осрашыу

Амалия менән Ильясҡа «Йәншишмә» гәзитен, календарын тоттороп:
– Мин дә Борай районынанмын. Бәләкәйҙән ошо баҫманы уҡып үҫтем, тәүге шиғыр һәм хикәйәләрем дә унда баҫылып сыҡты. Һеҙ ҙә, йәш дуҫтарым, «Йәншишмә» гәзитен минең кеүек яратығыҙ, уға яҙылығыҙ һәм яҙышығыҙ, – тине ул.
Был уҡыусылар икеһе лә Борайҙағы гимназияла белем ала. Амалия – бигерәк уңған ҡыҙ. Уҡыуҙа ла һынатмай, «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып тора. Мәрйендән биҙәүестәр, аквамозаиканан төрлө һындар яһау яратҡан шөғөлө икән. Робототехника менән дә ҡыҙыҡһына.
Амалия – дүртенселә, ә Ильяс бишенселә уҡый. Икеһен дә маҡтағандан маҡтағы килә. Ильяс – дүрт балалы ғаиләлә иң кесеһе. Ул спортты нығыраҡ ярата. Баскетбол, гер күтәреү секцияларына йөрөй. Уҡыуҙа ла алдынғылар рәтендә икән үҙе. Олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар алғаны бар.

Лира ЮРАСОВА.
Борай районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: