+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
25 Май , 08:57

Фэнтези балаларға һәм үҫмерҙәргә йоғонто яһай аламы?

24 - 26 майҙа уҙған "Китап байрамы" II халыҡ-ара йәрминкәһендә көн һайын ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үткәрелә. Кисә балалар яҙыусыһы Юрий Кузнецов һәм яҡташыбыҙ Стәрлетамаҡтан Адель Кейн "Замана балаларына һәм үҫмерҙәренә фэнтези нисек йоғонто яһай?" тигән темаға дискуссия ойошторҙо.

Фэнтези балаларға һәм үҫмерҙәргә йоғонто яһай аламы?
Фэнтези балаларға һәм үҫмерҙәргә йоғонто яһай аламы?

Беренсенән, улар менән яҡындан танышыу ҡыҙыҡлы булһа, икенсенән, әҫәрҙәренең геройҙары яҙмыштары тураһында ентекле һөйләүҙәре ижадтарына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырҙы.

Юрий Кузнецов Кемеров өлкәһендә тыуған, Түбәнге Новгородта политехник университет тамамлаған икән. Әммә бәләкәйҙән уҡырға ярата. Уның балалар өсөн яҙған повесть-әкиәттәре фәнни фэнтези жанрына тартым һәм популяр. "Тылсымлы донъя лабиринттары" тигән циклға ғына  15 әҫәре ингән. 

Адель Кейн псевдонимды, йәғни фамилияһын Ирина Шайхисламоваға оҡшатып алыуы тураһында белдерҙе. Фэнтези жанрында романдар яҙа. Үҙе - педагог, һынлы сәнғәт мәктәбендә эшләй.

Әлбиттә, һәр әҙәби әҫәр уҡыусыны тәрбиәләргә, геройҙары өлгөһөндә уға дөрөҫ юлды һайларға ярҙам итергә тейеш. Ошо йәһәттән фекерҙәре менән уртаҡлашты ла инде ҡунаҡтар. Геройҙарының шәхес булараҡ үҫеү тарихы балаларға төрлө хәлдә лә юғалып ҡалмаҫҡа, ауырлыҡтарҙы еңергә, дуҫлаша белергә өйрәтә.

Автор фотоһы.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: