II «А» синыфында 25 бала уҡый. Дәрестә лә, уҡыуҙан тыш, башҡа сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар икән.
– Уҡыусыларым минең һәр һүҙемде тыңлап ҡына тора. Синыфыбыҙҙа Нурания Ҡарасурина, Рания Үлйәбаева, Данис Әлибаев, Данис Ғәбитов гел «бишле»гә уҡыһа, Асҡар Ҡунысбаев һәм Рәсилә Буранбаеваларҙың бер генә «дүртле»һе бар. Ә 14 бала «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә өлгәшә.
Шулай уҡ беҙҙә эшкә ҡулдары оҫталар күп кенә. Улар – Эмир Мөхәмәтрәхимов, Нурания Ҡарасурина, Әмилә Рәхмәтуллина, Зарифа Аҙнағолова, Әҙилә Исмәғилева, Рания Үлйәбаева, Илина Ырыҫҡолова, Фәрхәт Усманов һәм Байрас Уйылданов. Фәрхәт менән Байрас район бәйгеһендә призлы урын да яуланы.
Данис Әлибаев – «Саптар», ә Амалия Ниғәмәтова, Рания Үлйәбаева, Илина Ырыҫҡолова, Әҙилә Исмәғилева һәм Илзинә Хәмитова «Тамсыҡай» балалар бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Былтыр «Урал батыр» эпосын башлап ятлаусылар бәйгеһендә 4 уҡыусым көстәрен һынап ҡараны: Данис Әлибаев, Арсен Тотманов, Нурания Ҡарасурина, Зарифа Аҙнағолова. Унда Данис махсус номинацияға лайыҡ булһа, Нурания III урын яулап ҡыуанды.
Асҡар Ҡунысбаев «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында мәктәптә I урын алғас, республика бәйгеһендә сығыш яһап ҡайтты. Тағы ла үҙебеҙҙә үткәрелгән хәрби-патриотик аҙналыҡта еңеп сыҡтыҡ.
Шулай уҡыуҙа ла, эштә лә һынатмаҫҡа тырышабыҙ, – ти уҡытыусылары Дина Ғәфүр ҡыҙы Мырҙағәлина.
Әйткәндәй, икенселәр «Йәншишмә менән дә дуҫтар. Уларҙың мәҡәләләре гәзиттә сыҡҡаны, хатта конкурстарҙа ҡатнашҡандары ла бар. Был уҡыусыларҙың атай-әсәйҙәрен дә маҡтағы килә. Улар синыф уҡытыусыһына, мәктәпкә ярҙам итеп кенә тора.
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Баймаҡ ҡалаһы, 5-се мәктәп.