-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
1 Июль , 21:20

Яңғырап торһон кескәйҙәр тауышы!

Был балалар баҡсаһына беҙҙе Айзилә Сафиуллина килтер­ҙе. Ул гәзитебеҙ үткәргән «Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң» фотоконкурсында II урын алғайны. Үҙенә бүләген тапшырып һөйөндөр­ҙөк.

Яңғырап торһон кескәйҙәр тауышы!
Яңғырап торһон кескәйҙәр тауышы!

Айзиләгә 6 йәш кенә әле. Ғаиләләрендә иң бәләкәйе, быйыл мәктәпкә уҡыр­ға бара. Уның II синыфты тамамлаған Рушан ағаһы, Гүзәл (VI синыф) һәм Йәнгүзәл (IX синыф) апайҙары бар. Ә Янбулат ағаһы әрмелә хеҙмәт итә.
– Сыйырсыҡ ояһын атаһының бер туған ҡус­тыһы Айнур Морат улы менән бергә яһанылар. Ул мәктәптә технологиянан уҡыта. Матур килеп сыҡты, ояны элеп ҡуй­ҙыҡ. Айзилә менән көн дә сығып сыйырсыҡтарҙы күҙәтеп торабыҙ, һайрағандарын тыңлайбыҙ, – тип һөйләне әсәһе Ләйсән Миҙәхәт ҡыҙы.
Балалар баҡсаһына 16 бала йөрөй икән. Тәрбиәселәре Римма Сәйәр ҡыҙы Мәхийәнова булһа, уның ярҙамсыһы – Гөлшат Сабирйән ҡыҙы Шафиҡова.
– Кемеһелер йыр-бейеүгә, һүрәт төшөрөүгә маһир, ҡай­һы берәүҙәре шиғыр йә әкиәт һөйләргә оҫта – һәр баланың һәләтен асырға, үҫтерергә тырышабыҙ, – ти Римма Сәйәр ҡыҙы. – Иҙел Кирамов, Йософ Баймөхәмәтов, Тимур Моталлапов – конструкторҙан нимәлер төҙөргә, ә Сабир Суфиянов пластилиндан һындар әүәләргә ярата. Айсулпан Бикйәнова менән Айзилә Сафиуллина һүрәтте матур төшөрә. Индира Мусинаның ҡыҙҙарға оҫта итеп причёска яһағанын һоҡланып ҡарап тораһың. Илгизә Ғәлимйәнова – йырларға, ә Карина Мусина бейергә әүәҫ.
Айзиләне лә күрҙек, балалар баҡсаһында ла булдыҡ. Ҡырҙастың киләсәге бар, тип ҡыуанып ҡайттыҡ. Һәр ауылда ла кескәйҙәр тауышы яңғырап торһон ине.

М. ӘБЕШЕВ.
Әбйәлил районы.

Яңғырап торһон кескәйҙәр тауышы!
Яңғырап торһон кескәйҙәр тауышы!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: