Күргәҙмә күҙәтеү ваҡытында китапхана хеҙмәткәре уҡыусыларға махсус хәрби операцияның ҡасан һәм ни сәбәптән башланыуы тураһында һөйләне. Балалар яугирҙарҙың батырлығы, яҡташ һалдаттарҙың ҡаһарманлығы хаҡында белделәр. Яҡташтарыбыҙ Игорь Леонид улы Нәсибуллин, Тамерлан Айсар улы Илһамов, Максим Владимир улы Серафимов, Алмаз Миңлеғәли улы Сафин – Рәсәй Федерацияһының Геройҙары. Улар барыһы ла беҙҙең илдең һағында торҙо, тәнен-йәнен аямай дошмандарға ҡаршы көрәште. Патриотик күҙәтеү «Мин – урыҫ» видеоклибын ҡарау менән тамамланды.
Әлиә НИҒМӘТУЛЛИНА,
Өфө ҡалаһының 22-се моделле балалар китапханаһы хеҙмәткәре.