– Гәзитте яратып уҡыйым. «Йәншишмә» менән балалар ҙа дуҫ булһын ине, – тип ҡаршы алды ул.
Гимназияның ҙур залына башланғыс синыфтар уҡытыусылары менән бергә йыйылғайны. Бик әүҙемдәр икән кескәйҙәр. Беҙҙең һөйләгәнде тыңлап ҡына ултырманылар, һорауҙарын да яуҙырҙылар ғына! Ҡыйыуыраҡтары сәхнә эргәһенә лә сығып баҫты. II «А» синыфынан Илсур Абдрахманов, Рүзилә Әбделмәнова, IV «Б» синыфынан Батырхан Шаһманов, IV «В» синыфынан Милена Внук шиғыр һөйләһә, шул уҡ II «А» синыфынан Регина һәм Дилара Ҡормаевалар, Илназа Ғөбәйҙуллина, Амелия Яхина, IV «В» синыфынан Румина Иркәбаева, Азалиә Сәйфуллина, Мәликә Хисмәтуллина йырлап та күрһәтте. Бейергә төшөргә әҙер булыусылар ҙа бар ине.
Эйе, беҙҙең халыҡ таланттарға бай. Был уҡыу йортонда ла һәләтле уҡыусыларҙы күреп һоҡландыҡ.
Гимназияға II «А» синыфынан Әминә Ирғәлина (уҡытыусыһы – Эльвира Рамаҙан ҡыҙы Ғәлина) менән IV «А» синыфынан Самира Дашкинаны (уҡытыусыһы – Нәфисә Зөфәр ҡыҙы Сәғитова) күрер өсөн дә килгәйнек. Өфөнөң 450 йыллығына арнап үткәрелгән «Тау башында балҡый бер ҡала» конкурсында еңеп сыҡҡайны улар. Был ҡыҙҙарҙың матур мәҡәләләре «Йәншишмә» гәзитендә баҫылды. Икеһе лә редакцияның Почёт грамотаһын һәм иҫтәлекле бүләген алып һөйөндө.
Башҡорт гимназияһында осрашыуҙа булыу, балалар, уҡытыусылар менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү беҙҙе лә ҡыуандырҙы. Күпте белеп, күпте күреп ҡайттыҡ. Мәләүездә лә дуҫтарыбыҙ артыуына өмөт уянды.
М. ХӘЙБУЛЛИН.
Мәләүез ҡалаһы, Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы.
Илмир ҒӘЙНУЛОВ фотолары.