Көҙгө каникулда мәктәпкә баш ҡалабыҙҙан бер төркөм яҙыусылар ҡунаҡҡа килеп ҡайтты. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, яҡташыбыҙ, танылған шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, шағирә Айзилә Мортаева менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү бик оҡшаны. Беҙ Ҡәҙим Аралбайҙың шиғырҙарын яттан һөйләнек, йырҙар йырланыҡ. Ул да үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Осрашыуҙа мәктәп уҡыусылары ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, ҡунаҡтар менән һөйләшеү бик йәнле барҙы.
Шуныһын да әйтеп үтәйем: Ҡәҙим Аралбай йәш сағында Байназар мәктәбендә уҡытҡан бит, шул йылдар тураһында һөйләне, хәтирәләре менән бүлеште. Ҡәҙим Әбделғәлим улы уҡыусылар менән ауыл халҡынан бик күп фольклор материалдары йыйыуҙарын, үҙе ойошторған ижади түңәрәктә уҡыусыларҙың бик теләп төрлө темаларға шиғыр яҙыуҙарын, һүрәттәр төшөрөүҙәрен әле булһа ла хәтерләй. Кисәгә уның уҡыусыһы, ауылыбыҙҙың күренекле кешеһе Сәфиуллин Ирек ағай ҙа килгән ине. Оло шәхес менән элекке уҡыусыһының осрашыуы бик тулҡынландырғыс булды.
Кисә аҙағында иҫтәлеккә күмәкләп фотоға төштөк. Был осрашыу бик фәһемле һәм мауыҡтырғыс булды.
Диана ТЕЛӘҮСИНА,
V синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.