-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
15 Ноябрь , 14:03

Японса ла йыр яңғыраны

“Юлдаш” радиоһы киләһе йыл 25 йәшен билдәләй. Ошо матур ваҡиға айҡанлы хеҙмәткәрҙәр “фатирник” тип аталған ултырыштар ойоштора башланы.

Японса ла йыр яңғыраны
Японса ла йыр яңғыраны

Билдәле яҡташтарыбыҙ менән барлығы 25 осрашыу буласаҡ, ошо көндәрҙә өсөнсөһө үтте. Уға йырсылар Илгиз Муллағәләмов менән Сабина Кучаева, бейеүсе, ҡурайсы, “Йатаған” төркөмө ағзаһы Айназ Низаметдинов килде.

Фатирникка йыйылған ҡунаҡ-тамашасылар йәштәргә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреп ҡалырға ашыҡты. Әбйәлил егете Илгиздең иң билдәле ижади әҫәрҙәренең береһе – “Ҡояш менән бутаным” йырының тарихы ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Пандемия ваҡытында яҙылған йыр икән ул, йәһәт кенә гитара моңон һөйөүселәр араһында таралып китеп, ҙур популярлыҡ яуланы. Тағы “Ауылымдың һағындыра таңдары...” тигән юлдарҙы ла бик күптәр белә. Ауылдарына юл тотоусылар видео төшөрөп, йырымды һалып, мине гел социаль селтәрҙә билдәләйҙәр, ти Ilgizmo үҙе. Ул Сабина Кучаева менән дуэт та башҡарҙы. Ҡыҙҙың үҙенсәлекле тауышы күптәрҙе әсир итә, уны танып торалар. Сабина үҙе әллә нисә телдә йырлай белә икән! Беҙгә бер йырын японса ла башҡарҙы. Айназ Низаметдинов менән иһә инглиз телендә йырлап күрһәттеләр.

Айназ – Учалы районы Наурыҙ ауылы егете. Бәләкәйҙән йырлап, бейеп үҫкән. Тауышы бигерәк көслө, моңло. Әле, үрҙә әйтелгәнсә, “Йатаған” төркөмөндә ижад итә. Төп эше IT-ойошмала булһа ла, “серлетур”ҙар ойошторорға ла өлгөрә. Беҙҙе, ҡурай моңдарына сорнаны. Уға хатта тамашасылар араһынан ҡурайсы егетебеҙ, “Мираҫ” ансамбленән Мирас Үҙәнбаев та ҡушылды. Шәп дуэт килеп сыҡты! Ғөмүмән, осрашыу йылы мөхиттә үтте. “Юлдаш”тар тәмлекәстәр әҙерләп, сәй ҡайнатып та ҡуйғайны.

 

Японса ла йыр яңғыраны
Японса ла йыр яңғыраны
Японса ла йыр яңғыраны
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: