Ул барлыҡ теләүселәрҙе үҙе менән бергә йәкшәмбе иртән "Өфө муйынсағы" тип аталған һуҡмаҡта йөрөп килергә саҡырҙы. Ратмир Рәфил улының башланғысын халыҡ күтәреп алды. Иртәнге туғыҙҙа уҡ Аврора урамындағы майҙансыҡта күп кенә кешене күрергә була ине. Эҫе сәй менән һыйланып алғас, күмәкләп ҡуҙғалдыҡ. 8 саҡрым араны атлағансы Ратмир Мәүлиев халыҡ менән аралашырға, уларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирергә лә өлгөрҙө. Махсус рәүештә юлда көтөп тороусылар ҙа булды. Һорау бирергә генә түгел, яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотларға теләүселәр ҙә бар ине.
Ҡариҙел йылғаһы буйлап "Аҡбуҙат" ипподромы туҡталышына тиклем барып еттек. Килеүселәр ҡәнәғәт таралышты. Ратмир Рәфил улы бындай йәкшәмбе осрашыуҙары тағы ла ойоштороласағын белдерҙе.
АВТОР фотолары.