Таһир Күсимов исемендәге гимназияла синыф сәғәтендә 7 «Ш» шайморатовсыларына уҡытыусылары Альбина Ринат ҡыҙы Муллахмәтова Рәсәй матбуғаты тураһында мөһим һөйләшеү уҙғарҙы. Башҡорт матбуғаты тураһында бик фәһемле һәм йәнле әңгәмәләштеләр. «Йәншишмә» Балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенең рубрикалары, махсус биттәре тураһында ла һөйләштеләр. Тәнәфес ваҡытын буш үткәрмәйҙәр, гәзитте рәхәтләнеп уҡыйҙар икән.
Был сарала район гәзите «Осҡон»доң журналисы Гөлнаpа Ишбулды ҡыҙы Күcәpбаева ҡунаҡҡа саҡырылды. Талантлы хәбәрсе апайҙары һөнәренең үҙенсәлектәре тураһында бәйән итте. Ул 20 йылдан ашыу һөнәренә тоғро хеҙмәт итә, район яңылыҡтарын, матур, уҡымлы мәҡәләләрен гәзит уҡыусылар яратып уҡый. Көнүҙәк темаларға яҙырға яратҡан шиғри күңелле Гөлнара апайығыҙ «Тамаша» журналының 2024 йылғы лауреаты ла ул.
Рәсәй матбуғаты көнөндә шайморатовсылар бик күп мәғлүмәттәр тупланы.Осрашыуҙан һуң хәбәрсе булырға теләүселәр ҙә булыр, тип ышанғы килә.