«Геройҙарыбыҙҙың балалары» проекты сиктәрендә йәмәғәт ярҙамы штабында Өфө ҡалаһының 116-сы мәктәбе уҡыусылары Рөстәм Нәбиев менән осрашыу үткәрҙе. Балалар уны иғтибар менән тыңланы, төрлө көнкүреш мәсьәләләренә тиклем һорауҙар менән күмде. Һөйләшеү, ысынлап та, ололарса килеп сыҡты: хыялдар һәм маҡсаттар, ихтыяр һәм еңеп сығыу; туғандарға һәм яҡындарға ярҙам итеүҙең ни тиклем мөһим булыуы тураһында әңгәмәләшеү бик йылы мөхиттә уҙҙы.
Шулай уҡ уҡыусылар менән ижади оҫталыҡ дәресе уҙғарылды.