-15 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
30 Ғинуар 2025, 17:03

"Фатихамды бирәм һиңә"

Бөгөн «Торатау» конгресс-холында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Факиһа Туғыҙбаеваның тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы түңәрәк өҫтәл үтте.

"Фатихамды бирәм һиңә"
"Фатихамды бирәм һиңә"

Сарала Милли әҙәбиәт музейы «Фатихамды бирәм һиңә» тип исемләнгән күргәҙмә эше лә ойошторолғайны. Яҙыусының документтары, фотоһүрәттәре, шәхси әйберҙәре һәм китаптарын әҙәбиәт һөйөүселәр ҡыҙыҡһынып ҡараны.

Зыялы шәхестәребеҙ Факиһа Туғыҙбаева тураһында йылы хәтирәләре, иҫтәлектәре менән бүлеште.

Факиһа Туғыҙбаева 1950 йылдың 1 ғинуарында Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районының Бәләкәй Ҡаңны ауылында тыуған. 1972 йылдан – «Башҡортостан пионеры» гәзите редакцияһында, 1979 йылдан «Пионер» журналы редакцияһында эшләгән. 1991 йылдан – «Аҡбуҙат» журналының беренсе баш мөхәррире.

Китаптары башҡорт, рус, татар, төрөк телдәрендә нәшер ителгән.

Түңәрәк өҫтәлдә зыялы шәхестәребеҙ Факиһа Туғыҙбаева тураһында йылы хәтирәләре, иҫтәлектәре менән бүлеште Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов, Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе Әлфиә Кәримова, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, яҙыусылар һәм шағирҙар Фәрзәнә Аҡбулатова, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Миңлегөл Хисамова яҙыусының кешелеклелек сифаттарын, йәш ижадсыларға иғтибарлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Билдәле артистарыбыҙ Искәндәр Ғәзизов, Венера Юлгилдиналар һәм «Тамыр» балалар вокал ансамбле балаларының йырҙары сараға йәм өҫтәне.

Фотолар: БР Милли әҙәбиәт музейынан.

 

«Фатихамды бирәм һиңә
«Фатихамды бирәм һиңә
«Фатихамды бирәм һиңә
«Фатихамды бирәм һиңә
«Фатихамды бирәм һиңә
«Фатихамды бирәм һиңә
«Фатихамды бирәм һиңә
«Фатихамды бирәм һиңә
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас