-15 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
11 Февраль 2025, 12:36

«Төньяҡ амурҙарының данлы юлы»

 Өфө ҡалаһының 18-се балалар китапханаһында «Төньяҡ амурҙарҙың данлы юлы» тигән мауыҡтырғыс тарихи экскурсия үтте.

«Төньяҡ амурҙарының данлы юлы»
«Төньяҡ амурҙарының данлы юлы»

 Балалар 1812 йылғы Ватан һуғышы осорондағы башҡорт яугирҙәре тураһында күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса тренер һәм башҡорт яугиры образын реконструкторлаусы Урал Мортазин бик күп ҡыҙыҡлы нәмәләр һөйләне. Нисә башҡорт полкы ойошторолоуын, уларҙың һәр береһендә ниндәй байраҡтар булыуын, француздар башҡорттарҙы ниндәй сифаттары өсөн «Төньяҡ амурҙары» тип атауҙары тураһында белде.

 Шулай уҡ уҡтан атыуҙың башҡорттарҙың тормошонда мөһим өлөшө булыуы тураһында бәйән итте. Ҡунаҡтың көндәлек башҡорт кейеменең хәрби кейемдән айырмаһы, башҡорт яугирҙарының айырылғыһыҙ өлөшө булған хәрби ярҙамсы — аттар тураһында һөйләгәнен дә балалар ҡыҙыҡһынып тыңланы. Осрашыу барыһына ла оҡшаны.

 

«Төньяҡ амурҙарының данлы юлы»
«Төньяҡ амурҙарының данлы юлы»
«Төньяҡ амурҙарының данлы юлы»
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас