Был көндө уҡыусылар өсөн төрлө саралар уҙғарылды. Бигерәк тә балалар өсөн Нәйлә апай Сәфәрғолова менән осрашыу йәнле булды. Башҡорт теле уҡытыусылары Дилә Ринат ҡыҙы Миңлейәрова,
Ләйсән Рәхимйән ҡыҙы Хәбибуллина, Гөлнира Рамаҙан ҡыҙы Аҡбулатова, Гөлсинә Хәсән ҡыҙы Ғайсина сараны матур итеп ойошторҙо.
«Дарман» бейеү ансамбле үҙҙәренең дәртле бейеүҙәре менән тамашасыларҙы һөйөндөрҙө. Шулай уҡ туған телгә арналған шағирҙарҙың шиғырҙары буйынса монтаж үтте. Балалар өсөн башҡорт халыҡ уйындары уйнатылды.