-15 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
27 Март 2025, 11:03

Шаммасовтар планетаһына сәйәхәт

Балалар китабы аҙналығы барышында 30-сы өлгөлө балалар китапханаһында 70-се мәктәптең һигеҙенсе синыф уҡыусылары шағир, журналист, уҡытыусы һәм республика Башлығының өлкән референты Алмас Шаммасов менән осрашты.

Шаммасовтар планетаһына сәйәхәт
Шаммасовтар планетаһына сәйәхәт

Уның атаһы – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Сәхиулла улы Шаммасов. Алмас ағалары уҡыусыларға атаһының Бөйөк Ватан һуғышына тура килгән ауыр бала сағы тураһында һөйләне. Шуға күрә әҙип ижадында илһөйәрлеккә, тылдағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың батырлығына, әсәләрҙең батырлығына ҙур иғтибар бүленә лә.

Сарала Рауил Шаммастың шиғырҙары урыҫ һәм башҡорт телдәрендә яңғыраны. Алмас Рауил улы балаларға атаһының һәм үҙенең шиғырҙарын ихлас уҡыны, шиғриәт донъяһына тәүге аҙымдары тураһында һөйләне. Уның тәүге йыйынтығы «Әсәйем миңә тормошто асты» тип аталғанын белдек.

Шағирҙарҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙар менән видеороликтар ҡараныҡ, китап күргәҙмәһе лә ойошторолдо.

 

Роза МАРКИНА, китапханасы.

Өфө ҡалаһы.

Шаммасовтар планетаһына сәйәхәт
Шаммасовтар планетаһына сәйәхәт
Шаммасовтар планетаһына сәйәхәт
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас