Осрашыуҙар
30 Марта 2025, 12:26

Ғаиләләр йыйылды

850-нән ашыу ата-әсә һәм бала «Туғандар-Яратҡандар» форумына йыйылды.

Ғаиләләр йыйылдыҒаиләләр йыйылды
Ғаиләләр йыйылды

Ул Өфөләге «Торатау»конгресс-холында икенсе тапҡыр үтте. Сараны ойоштороусылар – “Беренселәр хәрәкәте», БР Мәғариф һәм фән министрлығы.

Сара 350-нән ашыу ғаиләне берләштерҙе. Тантананы асыу мәлендә ҡатнашыусылар алдында абруйлы ҡунаҡтар сығыш яһаны: депутат Зариф Байғусҡаров, министр Ленара Иванова, бала хоҡуҡтары буйынса вәкил ОльгаПанчихина һәм башҡалар. Улар алдынғы ғаиләләрҙе тәбрикләне – күп балалылар, һалдат әсәләре, волонтерҙар күтәрелде сәхнәгә.

Артабан төрлө майҙансыҡтар буйлап таралыштыҡ. Психология, мәғариф һәм тәрбиә, хәүефһеҙлек һәм һаулыҡ, ижад һәм балалар, ата-әсәләр өсөн берләшмәләр темаларына лекциялар тәҡдим ителде. Ә балалар оҫталыҡ дәрестәрендә, квеста ҡатнаша алды.

 

Ғаиләләр йыйылды
Ғаиләләр йыйылды
Ғаиләләр йыйылды
Ғаиләләр йыйылды
Ғаиләләр йыйылды
Ғаиләләр йыйылды
Ғаиләләр йыйылды
Ғаиләләр йыйылды
Ғаиләләр йыйылды
Ғаиләләр йыйылды
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас