Гимназияның китапханаһында ла гәзиттең тупланмаһы бар. Беҙҙе оҙатып йөрөүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нәзифә Әйүп ҡыҙы Ғизәтуллина уҡыу йортоноң йолалары менән дә таныштырҙы. Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы менән йыл да төрлө йүнәлештә булған Фәнни уҡыуҙар көнө үткәрелә. Унда уҡыусылар бик теләп ҡатнаша икән. Ғөмүмән, белемгә ынтылыусы тырыш балалар йыйылған бында.
– Беҙгә төрлө ауылдарҙан килеп уҡыйҙар. Автобус йома төштән һуң ауылдарына тарата, ә ял көнө барып ала. Интернатта йәшәү өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған, – тине Нәзифә Әйүп ҡыҙы.
Уҡыу бүлмәләре буйлап йөрөйбөҙ. II «А» синыфында урыҫ теле дәресе бара ине. Балалар беҙҙең гәзитте яратып уҡыуҙарын, бигерәк тә «Тәнәфес» рубрикаһындағы башватҡыстарҙы оҡшатыуҙарын әйтте. Улар һүрәт төшөрөргә әүәҫ икән, редакцияға ла ебәреп торорға вәғәҙә иттеләр. Алсаҡ, ихлас кескәйҙәрҙең уҡытыусылары Сажиҙә Салауат ҡыҙы Вәлиуллинаны ныҡ яратҡандары һиҙелеп тора. Гәзитебеҙҙе синыфтары менән алдырасаҡтарын белгәс, яндарынан шатланып сығып, тамаша залына йүнәлдек. Унда V – VIII синыфтар йыйылғайны.
Зал шығырым тулы, уҡыусылар күп кенә. Улар менән йәнле аралашыу булды. Беҙ балаларға 95 йәшен билдәләгән «Йәншишмә»нең тарихын һөйләнек, гәзиттең юбилейына арнап викторина үткәреп тә алдыҡ. Уҡыусылар әүҙем генә ҡатнашты. Һәр һорауыбыҙға яуап таптылар. Шулай ҙа иң күпте белеүсе булып V «А» синыфынан Әмил Шафиев һәм VII «А» шайморатовсылар синыфынан Айбулат Ғизәтуллин, Артур Низаметдинов, Алина Дәүләтбаевалар танылды.
– Гимназиябыҙҙа бөтәһе 507 уҡыусы белем ала. Һәр синыфта тәртипле, әүҙем балалар йыйылған. Төрлө конкурс, олимпиадаларҙа ҡатнашып торалар. Әйтәйек, IX синыфтан Камила Ильясова – һәр саҡ республика бәйгеләре призёры, X синыф уҡыусыһы Сыңғыҙ Хәбиәхмәтов – башҡорт теленән төбәк-ара олимпиадала еңеүсе, ә XI синыф уҡыусыһы Айнур Усманов призёр булараҡ билдәле. Шулай уҡ IX синыфтан Алтынай Дәүләтова ла – иң яҡшылар иҫәбендә. IX синыфтан Лина Таһирова – урыҫ теленән олимпиада призёры, ә XI синыфтан Иҙел Вәлиуллин ғилми эштәр яҙыу буйынса һынатмай. «Таң» театр түңәрәге уҡыусылары (етәкселәре – Венера Рәжәп ҡыҙы Әхмәҙуллина) Ҡазан ҡалаһында «Урал батыр» эпосын сәхнәләштереп II урын алһа, Дәүләкәндә Таңсулпан Бабичеваға арналған театр конкурсында Гран-при яуланы.
Йыл һайын юғары уҡыу йорттарына инеүселәр күп. Имтихандарҙы ла яҡшы тапшыралар. Былар барыһы ла – бөтә коллективтың дөйөм эш һөҙөмтәһе, – ти гимназияның директоры Ғәлиә Илсур ҡыҙы Ғүмәрова.
Ысынлап та, был гимназияның маҡтанырлыҡ эштәре, ғорурланырлыҡ ҡаҙаныштары бар. Үҙҙәрен районда, республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә күрһәтеп, танытып торалар.
Осрашыуҙан ҡәнәғәт булып ҡайтып киттек. Был уҡыу йорто менән дә дуҫлыҡ күпере һалынды, тип һөйөндөк.