-15 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
22 Апрель 2025, 12:35

Ғәли Соҡорой тыуған ерҙә

Үрге Тәтешле ауылында ике ҙур мәктәп бар. Был белем усаҡтарында гәзитебеҙҙе алдыралар, уҡыйҙар. Яҙғы сыуаҡ көндө дуҫтарыбыҙ менән осрашыуға барып сыҡтыҡ.

Ғәли Соҡорой тыуған ерҙә
Ғәли Соҡорой тыуған ерҙә

Ғәли Соҡорой исемендәге гимназияла беҙҙе ихлас ҡаршы алдылар. Бында 830 ба­ла ике сменала белем ала икән, күрше ауылдарҙан да автобус менән йөрөйҙәр. Мәктәп инде 130 йыл эшләп килә. Баш­ҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Ғәли Соҡорой исеме ике йыл элек бирелгән, ә былтыр­ҙан ғорур рәүештә гимназия исемен йөрөтә был белем усағы.
– Беҙҙә башҡорт теленә ҙур иғтибар бүленә. Уны дәүләт теле булараҡ уҡытабыҙ. Районда, башҡорттарҙан тыш, удмурт, татар, урыҫ һәм мариҙар күпләп йәшәй. Шуға ла туған тел булараҡ баш­ҡорт, татар, урыҫ телдәрен өйрәнәләр, – ти гимназия директоры Зилә Борхан ҡыҙы Ғүмәрова.
Ә элегерәк бит бөтә уҡытыу урыҫ телендә алып барылған. Хәҙер хатта баш­ҡорт теле буйынса район олимпиадаларында, республика конкурстарында, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа призлы урындар яулай балалар. Уңышлы ғына эшләп килгән милли КВН командалары ла бар.
– 60-лап уҡытыусы эшләй беҙҙә, – тип һүҙен дауам итә директор. – X – XI синыфтарҙа профилдәргә бүлеп белем бирәбеҙ. Ғөмүмән, уҡыу сифаты яҡшы, тиҫтәгә яҡын уҡыусы миҙалға дәғүә итә. Шулай ҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп мәктәптәрҙәге кеүек үк, беҙҙә лә педагогтар етешмәй китә.
Гимназияла бер түгел, ике Шайморатов синыфы бар икән. Туғыҙынсылар менән мәктәп хаҡлы рәүештә ғорурланһа, етенселәр әле беренсе йыл ғына хәрби синыфта белем ала, өйрәнәһе нәмәләре күп.
Балалар тамаша залына йыйылғас, гәзитебеҙ менән таныштырып үттек. Хәйер, баҫмабыҙҙы яҡшы белеүселәр ҙә бар ине. Редакция үткәргән конкурста еңеү яулаған ағалы-ҡустылы Әмир менән Эмиль Хәтмуллиндарға бүләгебеҙҙе тапшырҙыҡ. Ошонан һуң күптәр гәзитебеҙгә яҙылырға, үҙҙәренең ижад емештәрен ебәреп торорға вәғәҙә бирҙе.
Осрашыу тамамланғас, музейға инеп сыҡтыҡ. 30 йыл элек уҡытыусы Линария Самат ҡыҙы Карамова тырышлығы менән асыл­ған ул. Тәүге экспонаттарҙы үҙе туп­лаған, әле хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һаман да ярҙам ҡулы һуҙып тора. Былтыр грант отоп, музейҙы яңыртып алғандар. Хәҙер экскурсияны виртуаль рәүештә лә үткәрә алалар: махсус экран бар. Ғөмүмән, музей тулыланып тора, төрлө тематик бүлектәр барлыҡҡа килә.
* * *
Беҙҙе 2-се мәктәптә лә көтәләр ине. Директор Рауза Ҡәлфәт ҡыҙы Исламова белем усағы менән таныштырҙы. 533 бала уҡыған мәктәп шулай уҡ ике сменаға бүленгән. Нимәһе һәйбәт – бында стоматология кабинеты эшләй. Яңыраҡ ремонт үткәс, бина балҡып тора. Һәр синыфта интерактив таҡта ҡуйылған. Инде 20 йыллап музей эшләй, ул экспонаттарға бай.
Шайморатовсылар ғына түгел, полиция һәм йәш армеецтар синыфтары ла бар 2-се мәктәптә. Ә унынсынан һөнәр һайлауға әҙерлек бара. Быйыл 7 уҡыусы мәктәпте миҙалға тамамларға тора.
Уҡытыусылар был белем усағында ла башҡорт теленә ҙур иғтибар бүленеүен әйтеп ҡыуандырҙы. Шулай уҡ өс тел туған тел булараҡ өйрәнелә. Уҡыусылар бер ерҙә лә һынатмай икән. Төрлө конкурстарға, олимпиадаларға йөрөп торалар. Йыш ҡына призлы урындар яулап ҡайталар. Йәнә ғилми-тикшеренеү эштәрен башҡарыу һуңғы йылдарҙа бик уңышлы ойошторолған: Гүзәл Рәйес ҡыҙы Фәүзиева тотонғас, республика буйынса яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә башлағандар. Уҡыусыларға ла бик ҡыҙыҡ һәм файҙалы бындай эштәр яҙыу.
Ашханаға инеп сыҡтыҡ. Туҡланыу тәмле һәм сифатлы.
– Ҡайһы бер мәктәптәрҙә олимпиадаларҙа йөрөп ҡайтҡандан һуң балаларыбыҙ, үҙебеҙҙең тәмле аштарға бер ни етмәй икән, тип ҡуя. Синыф бүлмәләренә лә иғтибар итәләр, беҙҙә бигерәк матур һәм таҙа, тиҙәр, – ти педагогтар.
Уҡыусылар түңәрәктәргә лә теләп йөрөй. Ошоғаса музыка мәктәбенән килеп ҡурайға өйрәткәндәр, быйыл иһә балалар дәрестән һуң үҙҙәре ашҡынып бара унда. Айнур Ҡыямов ағайҙары милли ҡоралыбыҙҙа уйнау серҙәренә төшөндөрә. Ә 2-се мәктәптең үҙендә теннис, баскетбол, шахматҡа йөрөргә, театр түңәрәгендә шөғөлләнергә була. Хатта мәктәп телевидениеһы бар! Спортҡа иғтибар ныҡ бүленгәс, һөҙөмтәләр ҙә яҡшы. Көрәш буйынса донъя чемпионы үҙҙәрендә уҡыуы менән бөтә мәктәптәр ҙә ғорурлана алмайҙыр ул. Эйе, Рената Шәймөхәмәтова 2023 йылда ошо титулды алған. Быйыл уҡыуын тамамлаясаҡ инде.
Уҡытыусылар һәм уҡыусылар изге эш алып бара: махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙам итеп торалар. Маскировка селтәрҙәре үреп, аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-ярағы йыйып ебәрәләр. Балаларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә ҙур аҙым был.
Беҙ бер нисә синыфта әңгәмә ойошторҙоҡ. Ҡайһы бер балалар гәзитебеҙ менән саҡ танышһа, икенселәр менән былтыр «Аҡбуҙат» журналы ойошторған «Йәш шәһитсе мәктәбе»ндә күрешеп өлгөргәйнек. Улар беҙҙе үҙ туғанылай ҡабул итте.
Осрашыуҙарҙы ойоштороуҙа ярҙам итеүсе райондың мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Флүзә Әсғәт ҡыҙы Минәзеваға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙ булған белем усаҡтары етәкселәре уны маҡтап ҡына тора: мәктәптәрҙә һәр милләт вәкиле балаларының үҙ телен ҡаршылыҡһыҙ өйрәнеүенә булышлыҡ итә ул. Дуҫлыҡты өҙмәйек, буласаҡ тел­һөйәрҙәрҙе бергә тәрбиәләйек!


И. ҒӘЙНУЛОВ, Л. РАИЛОВА фотолары.

Ғәли Соҡорой тыуған ерҙә
Ғәли Соҡорой тыуған ерҙә
Ғәли Соҡорой тыуған ерҙә
Ғәли Соҡорой тыуған ерҙә
Ғәли Соҡорой тыуған ерҙә
Ғәли Соҡорой тыуған ерҙә
Ғәли Соҡорой тыуған ерҙә
Ғәли Соҡорой тыуған ерҙә
Ғәли Соҡорой тыуған ерҙә
Ғәли Соҡорой тыуған ерҙә
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас