Гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Яуымбай мәктәбе – йәш быуынға төплө белем биреүсе өлгөлө белем усағы. Директоры Зилә Марат ҡыҙы Закирова беҙҙе ҡапҡа тышынан уҡ ҡаршы алды.
– Барлығы 44 уҡыусы белем ала беҙҙә, шуларҙың 9-ы – IX синыф уҡыусылары. Балаларҙың һаны менән түгел, ә белем сифаты, юғары уңыштары менән ғорурланабыҙ. Әйтәйек, Элина Хәйбуллина, Заһит Мостафин, Ислам Шәрипов, Мөхәммәт Мырҙағолов, Хансура Ҡарасурин, Розалина Аҙанғолова, Илһам Муллағолов, Дилә Медаева, Минзиә Вәлитова, Эльвина Ишбаевалар – төрлө ярыш еңеүселәре. Башланғыс синыфтар ҙа һынатмай, – тине ул.
Мәктәптә 8 уҡытыусы эшләй. Бөтәһе лә – юғары категориялы белгестәр, үҙ эштәренең оҫталары. Остаздары Фаяз Бирғәле улы Ғиззәтуллин, Хәлиҙә Мазһар ҡыҙы Назарова, Гөлназ Зиннур ҡыҙы Ғиззәтуллина, Зифа Ғаяз ҡыҙы Ғабдулхаева, Зилә Марат ҡыҙы Закирова һәм башҡаларҙың ярҙамы менән балалар район, республика кимәлендәге олимпиадаларҙа, конкурстарҙа призлы урындар яулай. Йәнә улар араһында гәзитебеҙҙең дуҫы, әүҙем авторыбыҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова ла бар.
– «Йәншишмә»не яратып уҡыйбыҙ. Мәктәптә, ауылыбыҙҙа үткән саралар тураһында ла яҙып торабыҙ. Бигерәк тә Элина Хәйбуллинаны маҡтағы килә. Ул һеҙҙең гәзиттең «Йәш хәбәрсе» танытмаһын да алды, – тип һөйләне ул.
Осрашыу барышында «Йәншишмә»гә арналған викторина үткәргәйнек. Унда уҡыусылар әүҙем ҡатнашты. Гәзиттең тарихын яҡшы беләләр икән.
Белем усағының матур, зауыҡлы музейында башҡорт халҡының көнкүреш әйберҙәре тупланған. Уларҙы элекке директор Марат Ғизетдин улы Муллағолов йыйған. Йәдкәр булып һаҡланалар хәҙер.
Яуымбай мәктәбе районда иң алдынғыларҙан иҫәпләнә. Ул – ауылдың мәҙәни үҙәге, йәштәрҙең рухи яҡтан үҫеше өсөн мөһим майҙансыҡ. Йылдар дауамында мәктәп күпме быуынды уҡытып сығарған, күпме уҡыусыға тормошта үҙ урынын табырға ярҙам иткән. Бәләкәй генә Яуымбай мәктәбенә өмөттәр ҙур! Уҡыусылары киләсәктә республикабыҙҙың, илебеҙҙең ышаныслы терәге булыр әле.
***
Юлыбыҙҙы дауам иттек. Беҙҙе Ҡолғана мәктәбендә лә көтәләр ине. Был белем усағында әлеге көндә 51 уҡыусы белем ала.
Ҡәмәр Йәғәфәр ҡыҙы Яҡупова етәкселегендәге коллектив көслө рухлы, сәләмәт тормошто һайлаған белемле быуын тәрбиәләү өсөн көсөн йәлләмәй. Мәктәп уҡытыусылары һәр балаға иғтибарлы, уларҙың һәләтен асырға, үҫтерергә ярҙам итә.
Айырыуса VII синыф уҡыусыларының әүҙемлеге, уңғанлығы күптәргә өлгө булырлыҡ. Етенселәр төрлө конкурстарҙа ихлас ҡатнаша. 10 уҡыусы белем алған был синыф мәктәп, ауыл күләмендә ойошторолған сараларҙа ғына түгел, район кимәлендәге ярыштарҙа, бейеү, йыр бәйгеләрендә һәр саҡ алдынғылар рәтендә. Ҡыҙҙар командаһы Бөрйәндә үткәрелгән бер түгел, ете спорт төрө буйынса ярыштарҙа призлы урындар алһа, малайҙар милли көрәш, гремплинг буйынса һынатмаған. Әҙилә Насирова, Азалиә һәм Заһиҙә Яҡуповалар олимпиадаларҙа яҡшы һөҙөмтә күрһәткән.
Был синыфта бөтә ҡыҙҙарҙың да маһир икәнен белдек. Күптәре мәктәптең бейеү түңәрәгенә йөрөй.
Ошо тырыш егет һәм ҡыҙҙарҙың оло еңеүҙәренә ҡанат ҡуйыусы етәкселәре Фәнүзә Мырҙабай ҡыҙы Яҡупова тураһында әйтеп үтмәү яҙыҡ булыр. Оҫта ҡуллы, оло йөрәкле уҡытыусы балаларҙы һәр яҡлап үҫтереү өсөн бар көсөн һала.
Осрашыу бик матур ойошторолғайны, ныҡлап әҙерләнгәндәр. Мәктәп уҡыусылары беҙгә бик матур концерт ҡуйҙы. I һәм III синыфтар дәртле итеп йырлаһа, етенселәр күптәрҙе әсир итеп өлгөргән «Һомай» йырына үҙҙәре һалған бейеү менән сығыш яһаны.
Был мәктәп уҡыусылары араһында «Йәншишмә» үткәргән бәйгеләрҙә еңеүселәр бар ине. Уларҙы бүләктәрен тапшырып һөйөндөрҙөк.
Балаларҙың әүҙемлеге, ихласлығы, һүҙгә әүәҫ булыуы һоҡландырҙы. Беҙҙе уларҙың гәзитебеҙгә синыф менән яҙылырға вәғәҙә итеүҙәре лә ҡыуандырҙы.
– Тағы килегеҙ, осрашып торайыҡ, – тип оҙатып ҡалды бөрйәндәр.