-15 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
19 Июнь 2025, 11:28

Мәскәүҙә лә булдыҡ беҙ!

Илебеҙҙең баш ҡалаһына барып етмәнек әле, ә бына Дүртөйлө районы Мәскәү ауылында, ысынлап та, булып ҡайттыҡ. Ауыл ҙур ғына, иғтибарыбыҙҙы иң беренсе Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына ҡуйылған стела йәлеп итте. Унда туҡтағайныҡ, мәктәп тә ҡаршыла ғына булып сыҡты. Беҙҙе директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Айгөл Айрат ҡыҙы Юлаева менән башҡорт теле уҡытыусыһы Илүзә Әсғәт ҡыҙы Ғәҙиева ҡаршы алды.

Мәскәүҙә лә булдыҡ беҙ!
Мәскәүҙә лә булдыҡ беҙ!

Мәктәп матур, төҙөк, кабинеттар яҡшы йыһазландырылған. 153 бала белем ала, ун беренсенән 3 уҡыусы миҙалға дәғүә итә. Башҡорт телен дәүләт һәм туған тел булараҡ өйрәнәләр. Күп милләтле ауылда йәшәгән уҡыусыларҙы йәнә туған татар һәм урыҫ теленән дә уҡыталар.
Белем усағында театр түңәрәге уңышлы эшләп килә, ә шулай ҙа физик тәрбиәгә айырыуса ныҡ иғтибар бүленә. Уҡыусыларҙың спорт буйынса еңеүҙәре күп, мини-футбол командаһы бер ерҙә лә алдынғылыҡты бирмәй. Спорт залында ниндәй генә тренажёрҙар юҡ – баш ҡала мәктәптәре көнләшерлек! Йыл һайын уҡыу­сыларҙың инициатив бюджетлау программаһында ҡатнашып, берәр кабинетты яңыртып торалар икән.
Бер нисә синыф уҡыусылары менән осраштыҡ. Аҡыллы, итәғәтле балалар. Гәзитебеҙгә яҙышып торорға вәғәҙә бирҙеләр.
Сираттағы осрашыу Әсән ауылында тәғәйенләнгәйне. Йәш кенә көйө фажиғәле һәләк булған бөйөк шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың тыуған төйәге ул.
Ун бер йыллыҡ мәктәптә балалар бер сменала уҡый икән, дәрестәр тамамланып торған саҡ ине. Баш­ҡа мәктәптәрҙәге кеүек үк, Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлектең ҡыҙған сағы. Бында күрше ауылдарҙан килеп уҡыу­сылар менән балалар һаны 150-гә етә. Ун беренсенән Диана Ғазина менән Нияз Нурғәлиев миҙалға дәғүә итә.
Уҡыусылар мәктәптәге театр түңәрәгенә теләп йөрөй. Район, республика конкурстарында, олимпиадаларында ҡатнашып торалар. Әлбиттә, был йәһәттән уҡытыусыларҙың өлөшө ҙур. Яңы ғына «Һаумы, һаумы, әкиәт!» район бәйгеһенән беренсене тамамлаусы Әҙилә Вәлиева III урын алып ҡайтҡан. Башҡалар ҙа мәктәп данын күтәреүгә үҙ өлөшөн индерә.
Әсәнгә килеүен-килгәс, Шәйехзада Бабич музейын күрмәй ҡайтыу яҙыҡ булыр ине. Биләмәгә ингәс, шағир бюсы ҡаршы ала. Музей мөдире Юлиә Радик ҡыҙы Вәлиева беҙҙе ихласлап экспонаттар менән таныштырҙы.
– Шағир тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан, йәғни 1995 йылда асыла беҙҙең музей. Беренсе директор Фәнүс Фәтихов була. Ваҡытында Бабичты хөрмәтләп, уны оноторға юл ҡуймай, ошо экспонаттарҙы йыйған уҡытыусыларға рәхмәт. Оля Йәнгирова, мәҫәлән, шағирҙы телгә лә алырға ярамаған ваҡытта уҡ мәктәптә махсус мөйөш аса. Фәнүс Хәниф улы ла күп кенә әйбер йыя. Ә Ганс Хәкимов мәктәп уҡыусылары араһында Шәйехзада Бабич исемендәге премия булдыра, – тине ул.
Музейҙа шағирҙың күлдәге, уға бүләк ителгән картина һаҡлана. Фото, документ, иҫтәлектәргә күҙ һалырға мөмкин. Ғаиләһендә ҡулланылған теген машинаһы, кейгән баш кейемдәре бар, ғөмүмән, барлығы 500-ләп экспонат иҫәпләнә.
Яҙын Бабичтың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған республика ижади конкурсына йомғаҡ яһал­ғайны. Уны тап ошо музей хеҙмәткәрҙәре үткәргән дә инде. Төрлө-төрлө район, ҡалаларҙан эштәр шул тиклем күп килгән, иң-иңдәрҙе билдәләү бигерәк ауыр булды, шул уҡ ваҡытта шағир ижадына ҡыҙыҡһыныу ҙур булыуы шатландырҙы, ти мөдир.
Әйткәндәй, Юлиә Радик ҡыҙы ғаиләһендә бөтә яҡтан әүҙем балалар үҫә. Үҙҙәре лә бәйгеләрҙә ҡатнашалар, яҡшы уҡыйҙар, олимпиадаларҙан приз­лы урындар менән ҡайталар. Юлиә Радик ҡыҙы гәзитебеҙҙе алдыра, әле лә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылып ҡуйҙы. Рәхмәт!



Автор фотолары.

Мәскәүҙә лә булдыҡ беҙ!
Мәскәүҙә лә булдыҡ беҙ!
Мәскәүҙә лә булдыҡ беҙ!
Мәскәүҙә лә булдыҡ беҙ!
Мәскәүҙә лә булдыҡ беҙ!
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас