-15 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
5 Июль 2025, 08:12

Уңыштар юлдаш булһын, балалар!

Өфөнөң тәрбиәгә алынған XI синыфты тамамлаусылар өсөн «Хәйерле юлға, сығарылыш уҡыусылары!» тигән сара үтте. Уны Өфө ҡалаһы хакимиәтенең опека һәм попечителлек буйынса идаралығы һәм «Киләсәк тураһында» психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәге ойошторҙо.

Уңыштар юлдаш булһын, балалар!
Уңыштар юлдаш булһын, балалар!

 Бишенсе йыл рәттән Өфө ҡалаһы ҡала округы советы депутаты Борисов Андрей Евгеньевич һәм Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Өфө ҡалаһы нотариаль округы нотариусы Анатолий Владимирович Хомячук башланғысы менән «Башҡортостан Республикаһының Нотариаль палатаһы» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы ярҙамында Өфө ҡалаһының тәрбиәгә алыусы ғаиләләрҙә үҫкән  XI синыфты тамамлаусылар өсөн тантаналы сара үткәрелә. Улар байрам сиктәрендә Өфөнөң тарихи һәм иҫтәлекле урындары буйлап заманса автобуста мауыҡтырғыс экскурсия үтте.

Һәр ҡунаҡ үҙ сығышында уҡыусыларға үҙҙәренең тәғәйенләнешен табыр, һөнәри үҫешкә ынтылыр, тигән өмөт белдерҙе.

Байрамдың йомғаҡлау өлөшөндә Башҡортостан республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең опека һәм попечителлек буйынса идаралығы начальнигы Сатаева Илнара Мөнир ҡыҙы был сараның мөһимлеген билдәләне. Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, яңы ҡаҙаныштар теләне.

Тантаналы өлөш тамамланғас, һәр сығарылыш уҡыусыһы бүләктәр алды. Байрам сәй эсеү менән тамамланды.

Уңыштар юлдаш булһын, балалар!
Уңыштар юлдаш булһын, балалар!
Уңыштар юлдаш булһын, балалар!
Автор: Римма Баймурзина
Читайте нас