Экспозиция ике авторҙың да башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте үҫешенә индергән өлөшөн һәм ижади юлын сағылдырыусы уникаль экспонаттар тәҡдим итәсәк. Күргәҙмәгә килеүселәр яҙыусыларҙың шәхси әйберҙәрен, әҫәрҙәренең ҡулъяҙмаларын, фотоһүрәттәрен, танытмаларын һәм Милли әҙәбиәт музейы фондынан алынған башҡа ҡомартҡыларҙы ҡарай аласаҡ.
XX быуаттың милли драматургияһы һәм шиғриәте формалашыуында Н.Ҡәрип һәм Х.Кәрим ижадының ролен сағылдырған материалдарға айырыуса иғтибар бүленәсәк. Низам Ҡәрип һәм Хәниф Кәрим яҡташтар һәм дуҫтар була, бер-береһе менән аралашып йәшәй. Тик аяуһыҙ һуғыш уларҙың яҙмыштарын айыра. Береһе мәңгелеккә яу яланында ятып ҡала, икенсеһе иҫән ҡайтып, башҡорт әҙәбиәтенә хеҙмәт итеүен дауам итә.
Күргәҙмәне асыу сараһында яҙыусыларҙың вариҫтары, яҡташтары, яҙыусылар менән осрашыу ҙа ҡаралған.
Иртәгә 16.00 сәғәттә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейына рәхим итегеҙ, дуҫтар. Адресы: Гоголь урамы,28/1.