-15 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
3 Октябрь 2025, 12:25

Бында герб авторы уҡыған

Балаҡатай районы Яңыбай ауылына ямғырлы көндә барып төштөк. Мәктәпкә инһәк, эй, йылы, ашхананан тәмле еҫтәр тарала. Белем усағына яҡшы ремонт яһалған, рәхәтләнеп уҡы ғына!

Бында герб авторы уҡыған
Бында герб авторы уҡыған

Райондың башҡорттар күпләп йәшәгән ауылдарының береһе булған Яңыбайҙа ла дуҫтарыбыҙ артыуын теләйбеҙ. Шуға үҙҙәре менән яҡындан танышырға булдыҡ. Бында барлығы 78 бала белем ала. V – VI синыф уҡыу­сылары менән әңгәмәләшеп алдыҡ. Гәзит менән таныштырҙыҡ, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап бирҙек. Һуңынан синыф етәкселәре Зарина Сергеевна Хәбибуллина менән Лида Хәйҙәр ҡыҙы Ғәлиева беҙҙе мәктәптең бай музейына сәйәхәткә саҡырҙы. Ошо белем усағында Фазлетдин Ислахов уҡығанын белә инегеҙме? Тап ул Баш­ҡортостандың дәүләт гербын төшөргән. Рәссамға музейҙа ҙур ғына мөйөш арналған.
Яңыбай районда уҡсылары менән дан тота. Етәкселәре – уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Миләүшә Ғәни ҡыҙы Вәлиева. Ул Лиана һәм Элина Сәбиғиәрова, Даниэль Ғәйнетдинов, Айназ Закиров, Ибраһим Мөхәмәтғәлин, Асия Зәйнәғәбдиноваларҙы маҡтап телгә алды. Бер нисә йыл инде ярыштарҙа ҡатнашалар, үҙҙәрендә үткәндәрендә лә һынатмайҙар икән. Ә яңыраҡ ауылда тәүге тапҡыр Фазлетдин Ислахов исеменә турнир уҙғарылған. Был йоланың киләсәге булыуын теләйек.
Республикабыҙҙың иң төньяҡ-көнсығышында, Силәбе һәм Свердлов өлкәләре менән сиктәш ятҡан районға барып, уҡыусылар менән күрешә алыуыбыҙға шатбыҙ. Бәйләнештә булайыҡ!

Автор фотолары.

Бында герб авторы уҡыған
Бында герб авторы уҡыған
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас