-15 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
3 Октябрь 2025, 12:29

Тоғро дуҫтарыбыҙ янында

– «Йәншишмә» гәзитен яратып уҡыйбыҙ! Рәхәтләнеп конкурстарҙа ҡатнашабыҙ, еңеүҙәр яулайбыҙ, – тип ҡаршы алды беҙҙе Салауат районы Әлкә ауылы уҡыусылары.

Тоғро дуҫтарыбыҙ янында
Тоғро дуҫтарыбыҙ янында

«Яҙыл да бүләк от!» лотерея уйынында пауэрбанк отҡан Флүрә Сиражеваға тантаналы линейкала бүләген тапшыр­ғас, II синыфтарға гәзит тарихы тураһында һөйләнек. Бында 7 уҡыу­сы белем ала. Барыһы ла ихлас, дәртлеләр. Викторина һорауҙарына дәррәү яуап бирҙеләр, йәнтөйәктәренән сыҡҡан шәхестәрҙе лә яҡшы беләләр.
Синыф етәксеһе Юлиә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Шәмсетдинова:
– Балалар әүҙем. Әле бына милли батырыбыҙ Салауат Юлаев шиғырҙарын яттан һөйләү конкурсында ҡатнаштыҡ. Башланғыс синыфтар араһында Рамзан Закиров Гран-при яуланы. Еңеүҙең 80 йыллығына арналған республика шиғырҙар бәйгеһендә лә призлы урындар алдыҡ. Мостай Кәрим шиғырҙарын да өйрәнәбеҙ. Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, йыр, бейеүгә, шиғыр һөйләүгә бик оҫталар. Әле Ололар көнөнә әҙерләнәбеҙ, өләсәй-олатайҙарыбыҙҙы саҡырырға уйлайбыҙ.
Риана Ғөбәйҙуллина менән Айгөл Низамова ҡул эштәренә маһир. Рамзан Закиров, Роксана Фәрхиева һәм Мансур Закиров тасуири шиғыр һөйләүгә шәп. Рәмил Латипов йыр-бейеүгә әүәҫ. Ислам Ғәниев – спортсы. Үҙебеҙҙең байрамдарыбыҙ бар. Балаларҙың тыуған көндәрен үткәрәбеҙ, концерт ҡуябыҙ, – тип һөйләне.
Бына шундай зирәк синыф икән икенселәр!
Әлкә мәктәбендә Тархан Сәғит улы Заһиҙуллин исемендәге музейҙа ла булдыҡ. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа арналған бай, үҙенсәлекле мәғлүмәттәр тупланған унда. Мөдире Илвира Кашбулла ҡыҙы Заһиҙуллина:
– Яңыраҡ Салауат Юлаев музейының 60 йыллығына ҡарата сара үтте. Уның үҫешендә ярҙам күрһәткән шәхестәребеҙ, хакимиәт вәкилдәре, ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, яҙыусылар берләшмәһе, район ҡоролтайы вәкилдәре, күрше райондарҙың музей һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре килде. Беренсе экспонаттарҙы ҡәҙерләп йыйып, тәүҙә – мәктәптә, аҙаҡ инде Малаяҙ интернатында музей асҡанда тарихсылар Тархан За­һиҙуллин менән Әбүзәр Сәйфуллин күп көс һалды. Салауат Юлаев музейы данлыҡлы яҡташыбыҙ тураһында тарихи иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлап, быуындан-быуынға тапшырыусы һүнмәҫ бер усаҡ булып тора. Беҙҙең музей – бар Башҡорт­остан халҡының ғорурлығы! – тине.
Әйткәндәй, балалар батырыбыҙға арнап фәнни эштәр ҙә яҙа, бәйгеләрҙә ҡатнаша икән.
Был мәктәптән ҡыуанып ҡайттыҡ.


Л. РАИЛОВА фотолары.

Тоғро дуҫтарыбыҙ янында
Тоғро дуҫтарыбыҙ янында
Тоғро дуҫтарыбыҙ янында
Автор: Римма Баймурзина
Читайте нас