-15 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
17 Ноябрь 2025, 15:35

Осрашыуҙар – үҙе бер ғүмер

Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер, тиҙәр. Беҙҙе баш ҡалабыҙҙың төньяғында урынлашҡан башҡорт мәктәптәрендә осрашыуҙар көтә ине. Гәзитебеҙ дуҫтарын арттырыу ине маҡсатыбыҙ.

Осрашыуҙар – үҙе бер ғүмер
Осрашыуҙар – үҙе бер ғүмер

Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы баш­ҡорт гимназияһында беҙҙе ихлас ҡаршы алдылар. Директор Фәнил Нил улы Бүләков «һә» тигәнсе уҡыусыларҙы тамаша залына йыйып та алды. Үҙебеҙ менән таныштырып, баҫмабыҙ хаҡында һөйләп үткәс, балаларға һүҙ бир­ҙек. Шул тиклем ҡыҙыҡһыныусан үҫмерҙәр уҡыған гимназияны тәүге тапҡыр күрҙек, тиһәм, яңылышмаҫмын. Уҡыусылар һорау артынан һорау яуҙырҙы ғына!
– Ниңә һеҙ тап журналист һөнәрен һайланығыҙ? Был эш ҡыҙыҡмы?
– Гәзитте нисек сығаралар? Бер нисә көндә нисек өлгөрәһегеҙ?
– Мин журналист булырға теләһәм, уҡырға ҡайҙа барырға тейешмен?
– Хәҙер – блогерҙар заманы. Был баҫма матбуғатҡа ҡамасауламаймы? Блогерҙар тиҙҙән гәзит-журналдар урынын алмаҫмы икән?
Яуап биреп кенә өлгөр! Бер сәғәт ваҡыт күҙ асып йом­ғансы үтте лә китте. Балаларҙы матбуғаттың бөгөнгөһө генә ҡыҙыҡһындырмай, киләсәге лә борсой икән. Улар беҙгә теләк-кәңәштәрен, тәҡдимдәрен дә еткер­ҙе.
Артабан 48-се башҡорт лицейына юл тоттоҡ. Бында ла уҡыусылар бик әүҙем булып сыҡты. Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланылар, төрлө һорауҙар бирҙеләр. Һүрәт төшөрөргә яратҡан балалар күп икән, ҡайҙа, нисек ебәрергә була, ә рәсемемде баҫтырырһығыҙмы икән, тип тә ҡыҙыҡһындылар. Әлбиттә, дуҫтар, беҙ һеҙҙең һәр хатығыҙға шатбыҙ! Әйткәндәй, әле социаль селтәрҙә «Спортты яратам» конкурсын да иғлан иттек. Ошо темаға арналған һүрәттәрегеҙҙе көтәбеҙ, тик шартарын иғтибар менән уҡып сығығыҙ, йәме.
Дөйөм фотоға төшкәс, директор Мәрзиә Уралбәк ҡыҙы Абдрахманова беҙҙе синыфтар буйлап алып китте. Үҙенең мәҡәләләрен ебәреп, бәйгеләрҙә ҡатнашып торған Айгөл Абзалова ошо лицейҙа белем ала бит. Уның синыфташтары менән дә танышып алдыҡ. Хәҙер инде дуҫтары ла беҙгә яҙышып торор, тип өмөтләнәбеҙ.
Бер юлы редакциябыҙ ойошторған Рәсимә Ураҡсина исемендәге шиғыр һөйләүселәр конкурсына видеояҙма ебәргән Замира Исламованы ла күреп ҡайттыҡ. Ул үҙе ятлаған шиғыр­ҙы башҡарып күр­һәтте. Һеҙ ҙә Замира кеүек әүҙем булығыҙ, дуҫтар! Был синыф уҡыусылары «Йәншишмә»гә яҙылырға һәм гәзиткә мәҡәләләр ебәреп торорға вәғәҙә биреп ҡалды.
Был көндө Республика инженер интернат-лицейында булырға ла өлгөр­ҙөк. Белеүегеҙсә, бында ҡыҙҙар һәм малайҙар айырым уҡый. Беҙҙе егеттәр корпусында директор урынбаҫары Айнур Зиннур улы Әмирханов ҡаршы алды. Уның менән заманса йыһазландырылған бер нисә кабинетҡа инеп сыҡтыҡ. Һоҡланғыс бүлмәләр. Бында насар уҡыу мөмкин түгелдер! Һәр синыф уҡыусылары менән ихлас әңгәмәләштек. Был белем усағынан шулай уҡ ҡыҙыҡлы мәҡәләләр, сағыу һүрәттәр көтөп ҡалабыҙ. Әйҙәгеҙ, гәзитте бергәләп сығарайыҡ!

Юл ыңғайы Өфөләге 117-се мәктәптә лә булдыҡ. Уҡыусылар башҡорт телен дәүләт һәм туған тел булараҡ өйрәнә. Ошо төркөмдәр менән осраштыҡ та инде. Балалар гәзитте ҡыҙыҡһынып ҡараны, яҙылыусылар ҙа булыр, тип ышанабыҙ. Осрашыуҙы ойошторған уҡытыусыларға рәхмәт. 
Был осрашыуҙар файҙалы, ҡыуаныслы булды. Иң мөһиме – улар йылы иҫтәлектәр һәм тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Осрашыуҙар – үҙе бер ғүмер
Осрашыуҙар – үҙе бер ғүмер
Осрашыуҙар – үҙе бер ғүмер
Осрашыуҙар – үҙе бер ғүмер
Осрашыуҙар – үҙе бер ғүмер
Осрашыуҙар – үҙе бер ғүмер
Осрашыуҙар – үҙе бер ғүмер
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас