-15 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
17 Декабрь 2025, 11:22

Бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы

Беҙҙең гимназияла “Йәншишмә» балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенең  яуаплы сәркәтибе Лилиә Фазлетдинова менән бик фәһемле, ҡыҙыҡлы, матур осрашыу үтте.

Бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы
Бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы

Лилиә Раил ҡыҙы беҙҙе төрлө рубрикалар, махсус биттәр, редакция эшмәкәрлеге, хеҙмәттәштәре менән таныштырҙы. Беҙ, V «А» синыфы уҡыусылары, ҙур иғтибар менән тыңланыҡ, һорауҙар бирҙек. Иң ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле һорауҙарға Лилиә апай бүләктәр әҙерләп килтергән. Ҙур рәхмәт уға!

«Йәншишмә» – бай йөкмәткеле, мәғлүмәтле баҫма, республикабыҙҙың төрлө тарафтарындағы мәктәптәр, уҡыусыларҙың нисек йәшәүе, уҡыуы, ниндәй шатлыҡ-ҡыуаныстары, яңылыҡтары барлығы хаҡында ошо гәзит аша белеп торорға була. Шуға ла осрашыуҙан һуң гимназистарыбыҙ ҙур теләк менән гәзиткә яҙылыр, яратып уҡыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.

 

Мәҙинә БАТЫРОВА, V синыф уҡыусыһы.

Өфө ҡалаһы, Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы.

 

 

 

 

 

 

Бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы
Бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы
Бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы
Бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы
Бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы
Бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас