-15 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
19 Декабрь 2025, 13:17

Яугир килде ҡунаҡҡа

Бер көндө уҡытыусыбыҙ Лариса Рәмил ҡыҙы Сәхибгәрәева әҙәбиәт дәресенә ҡунаҡ киләсәген әйтте.

Был осрашыуға әҙерләнә башланыҡ. Шиғырҙар ятланыҡ, үҙ ҡулдарыбыҙ менән матур бүләк яһаныҡ.
Бына көткән көн дә етте. Беҙгә ҡунаҡҡа махсус хәрби операция ветераны Рәмзил Рәзиф улы Биҡаев килде. Яугир ағай бик ихлас кеше икән дә! Үҙенең тормош юлы, иптәштәре тураһында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Ул 2023 йылдың ноябрендә махсус хәрби операцияла үҙе теләп ҡатнашыр­ға килешеү төҙөгән. Бер яуҙа ҡаты яралана, оҙаҡ ҡына госпиталдәрҙә дауалана. Табиптар аҙаҡ уны, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ, тип таба. Ҡыйыу йөрәкле яугир күрһәткән батырлығы өсөн IV дәрәжә Георгий тәреһе менән бүләкләнгән.
Рәзиф ағай әлеге көндә Үрге Сереккүл ауылында икмәк бешереү цехы асҡан. Тормош иптәше менән 35 төрлө ризыҡ бешерәләр икән.
Ҡунағыбыҙға Вадим Йәмилев, Артур Мирҙайәнов, Рафаэль Ғөбәйҙуллиндар шиғыр һөйләне, Вадим Вәлкәев матур итеп йыр башҡарҙы. Мин әхирәтем Эльвина Камалова менән икәүләп яһаған бүләкте тапшырҙым.
Был дәрес-осрашыу беҙҙең күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр.

Әҙилә ФӘРРӘХОВА,
VI синыф уҡыусыһы.
Илеш районы,
Түбәнге Йәркәй лицейы.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас