Белеүегеҙсә, егеттәр һәм ҡыҙҙар айырым корпустарҙа уҡый. Беҙ гүзәл заттарҙа ҡунаҡта булдыҡ. Башҡорт теле уҡытыусылары Мәүлиҙә Фәрит ҡыҙы Дәүләтшина менән Миңһылыу Нуретдин ҡыҙы Әлшина иҫ киткес матур ижади кисә ойошторғайны. V – VIII синыфтарҙа белем алыусы һылыуҡайҙар өҙә баҫып бейей ҙә, моңло итеп йырлай ҙа, тасуири шиғырҙар ҙа һөйләй. Бишенселәрҙең «Шалҡан» урыҫ халыҡ әкиәтен оҫта итеп сәхнәләштереүе иғтибарға лайыҡ: был синыф башҡорт телен саҡ өйрәнә генә башлаған, әммә бер ҙә ҡаушап ҡалманылар. Сығыштары һоҡланғыс булды.
Был көндө бер нисә иҫтәлекле дата бер мәлгә тура килеүен әйт әле! «Йәншишмә»нең тыуған көнө лә ине бит. Гәзитебеҙ тарихы менән таныштырҙыҡ, бөгөнгөһөн һөйләнек. Үҙ сираттарында, уҡыусылар ҙа һорауҙар яуҙырҙы ғына!
– Һеҙҙең килгәнде дүрт күҙ менән көттөләр, инде осрашып күрешкеләре килде, – тип һөйөндөрҙө уҡытыусылар. – Шуға бик яҡшы әҙерләнергә тырышты ҡыҙҙарыбыҙ.
Ысынлап та, матур әңгәмә килеп сыҡты. Һорауҙарҙы саф башҡортса биреүҙәре һоҡландырҙы. Иң әүҙем уҡыусыларҙы календарҙар менән бүләкләнек. Был лицейҙа дуҫтарыбыҙ тағы ла артасаҡ, Алла бирһә. Әле лә алдырып уҡып торалар, үҙҙәре лә тиҙҙән хәбәр, һүрәттәрен ебәрә башлар.
Дуҫлыҡ күпере һалынды. Осрашып торайыҡ!
Лилиә ФАЗЛЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.
Автор фотолары.