-5 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
11 Март , 22:26

Әҙәби кисәгә рәхим итегеҙ

12 мартта Өфөлә, Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында яҙыусы, шағирә, драматург, милли журналистика ветераны Гөлшәт Әхмәтҡужинаның 75 йәшлек юбилейы айҡанлы әҙәби кисә буласаҡ. 

Әҙәби кисәгә рәхим итегеҙ
Әҙәби кисәгә рәхим итегеҙ

Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы Әхмәтҡужина Әбйәлил районы Юлдаш ауылында 1951 йылдың 28 февралендә тыуған.

Башҡрүорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.

Оҙаҡ йылдар "Cовет Башҡортостаны" республика гәзите редакцияһында бүлек мөдире булып эшләй. Үҙен һәләтле журналист һәм публицист итеп таныта.

Фәһемле һәм хисле шиғырҙары, эстәлекле проза әҫәрҙәре, тәрән фекерле драма әҫәрҙәре менән танылыу яулай. Авторҙың лирик геройҙары эскерһеҙ һәм хискә бай булып күҙаллана. Әҫәрҙәре изге күңелле, бай ваҡиғалар менән һуғарылған, көслө рухлы һәм кешелекле шәхестәрҙе данлай, башҡаларҙы ла улар кеүек булырға өндәй.  “Тәңкә ҡарҙар” исемле тәүге китабы 1981 йылда сыға. Балалар өсөн яҙылған “Юғалған хазина” (1987) хикәйәләр китабы, “Яҙҙар ҡайтыр” (1985), “Ғүмерем таңдары” (1990), “Һуңлап килә яҙҙар” (2005) шиғри йыйынтыҡтары 

"Юғалған хазина" тигән китабы балаларға арнала. Унда автор үҫмерҙәрҙең бай һәм ҡыҙыҡлы донъяһын, бала саҡтағы дуҫлыҡ хистәрен һәм ҡыҙыҡһыныуҙарын үҙенсәлекле образдар аша асып бирә.

Гөлшат Әхәмәтҡужина — утыҙҙан ашыу пьеса авторы. 2009 йылда «Әсе балан тәме» пьесаһы республика кимәлендәге драма әҫәрҙәре конкурсында II урын яулай.

Уның пьесалары буйынса бик күп спектаклдәр ҡуйыла.

Гөлшат Әхмәтҡужина һүҙҙәренә композиторҙар матур йырҙар ижад иткән. Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙын юбилейы менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, тағы ла матур әҫәрҙәр ижад итеүен теләйбеҙ.

 

bashenc., ba.wikipedia. мәғлүмәттәре буйынса.

 

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас