+15 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
28 Март , 02:00

Алға әйҙәй дүртенселәр

Һамар мәктәбенә Юлбарыҫ, Бы­ҙаулыҡ һәм Хворостянка ауылдарынан да балалар йөрөп уҡый. Әлеге көндә үҙҙәрендә ремонт эштәре барыу сәбәпле, уҡыусылар ваҡытлыса Бүребай мәктәбендә белем ала.

Алға әйҙәй дүртенселәр
Алға әйҙәй дүртенселәр
Шул белем усағында осрашып, ихлас аралаштыҡ. Беҙҙең менән күрешергә дүртенселәр хәрби кейемдә килгән ине. Ҡалай килешә үҙҙәренә, тип һоҡландыҡ. Улар хәрби темаға арналған йырҙар башҡарҙы, шиғырҙар һөйләне. Тул­ҡынландырғыс мәл булды. Осрашыу аҙағында дүртенселәр гәзитебеҙҙә ойошторолған «Өскөл хаттар» акцияһына дәррәү ҡушылды. Улар бергәләп һалдаттарға теләктәрен яҙҙы. Шулай итеп, был мәктәптән бөтәһе 100-ҙән ашыу йөрәк түренән яҙыл­ған хат йыйылды.

Әйткәндәй, Һамар мәктәбендә лә 10 йылдан ашыу «Фронт хаттары» акцияһы ойошторолоп килә. Был эште уҡыусылар менән уҡытыусылар 2015 йылда Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап башлап ебәргән икән.
– Хат башҡорт һәм урыҫ телдәрендә яҙыла. Йыл һайын уның эстәлеге үҙгәрһә лә, мәғәнәһе үҙгәрмәй. Тыуған ил, Ватаныбыҙ тыныслығы өсөн көрәшкән ата-бабаларыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ! Тәүҙә акция Һамар ауылы биләмәһе халҡы өсөн генә ойошторолһа, һуңғараҡ был хаттар район, республика кимәлендә таратыла башланы. 9 Май – Еңеү көнөндә төрлө ҡалаларҙан, өлкәләрҙән ҡайтҡан яҡташтарға һәм ҡунаҡтарға «фронт хаттары»н тапшырыу байрамдың айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнде. Илебеҙҙә махсус хәрби операция башланғас, 23 февраль, 9 Май байрамдары алдынан уҡыусылар тырышып яугирҙарға хат яҙа башланы. Бына әле «Йәншишмә» гәзитендә ойошторол­ған «Өскөл хаттар» акцияһына ла уҡыусыларыбыҙ ихлас ҡушылды. Бигерәк тә дүртенселәрҙе маҡтағы килә, – ти Һамар мәктәбенең директор урынбаҫары Рәзилә Шәрифулла ҡыҙы Бәҙретдинова.
Эйе, IV синыфҡа әүҙемдәр, тырыштар йыйылған. Отҡор, шаян, берҙәм, татыу үҙҙәре. Синыфта ете ҡыҙ һәм өс малай уҡый. Улар үҙ-ара тәртипле булыуҙары менән дә барыһын һоҡландыра. Элеонора Ванюкова – тик «бишле»гә, ә алты уҡыусы «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә.
Дүртенселәр шулай уҡ сәнғәт мәктәбендә лә шөғөлләнергә ваҡыт таба. Ҡыҙҙар бөтәһе лә тиерлек шунда өҫтәмә белем ала. Уларҙы етәкселәре Татьяна Александровна Тарасова маҡтап:
– Ҡыҙҙар ныҡ тырыш, һәр сараға бик етди әҙерләнә. Хатта ял көндәрендә өйөмдә лә шөғөлләнәбеҙ. Стәрлетамаҡта уҙған «Котовасия» халыҡ-ара юмористик рәсем конкурсында, Вологда ҡалаһында ойошторолған сәнғәт бәйгеһендә коллектив эштәребеҙҙең барыһы ла III дәрәжә диплом менән билдәләнде, – ти.
Ә Элеонора Ванюкова уҡыуҙан һуң сәнғәт мәктәбенең гитара синыфында шөғөлләнә. Ныҡ оҫтарып алған. Уңыштары ла бик күп. Мәҫәлән, Межгорье ҡалаһында уҙған бәйгенән дипломант булып ҡайтҡан. Йыл да Гагарин кубогына үткәрелгән олимпиаданың мәктәп этабында еңеү яулай. Тырыш ҡыҙ урыҫ теленән һәм тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү буйынса бәйгенең төбәк-ара этабында ла призлы урын алған. Тиҙҙән район намыҫын яҡлап республика конкурсында ла үҙен һынап ҡарамаҡсы икән. Тағы ла был синыфтан Элеонора менән Данил Ғиниәтуллин шиғыр һөйләүгә оҫта. Үҙҙәре ниндәй генә бәйгелә ҡатнашмаған! Бөтә Рәсәй, төбәк-ара конкурстарҙа көстәрен һынап ҡарайҙар. Мәҫәлән, февраль айында Бөрө ҡалаһында ойошторолған «Геройҙар дәүере» асыҡ онлайн конкурс­та Данил – I, Элеонора II урынды яулаған.
Азалина Килдебаева матур итеп йырлай. Ул Данил менән «Хәйбулла ын­йылары» төбәк-ара конкурсында еңеп, бүләк алып һөйөнгән.
Батырхан Байғужин менән Влад Каратов – шәп математиктар. Улар Гагарин кубогына үткәрелгән олимпиаданың төбәк-ара этабында призёр булған.
Синыфта спорт менән дуҫ булғандар ҙа бар: Азалиә Хәмәҙиева, Влад Каратов, Батырхан Байғужин һәм Азалина Килдебаева. Ә Александра Свидерская, Азалина Кәримова, Милә Вәхитова һәм Сабина Тимербулатова һүрәт төшөргә, ҡул эштәренә маһир.
Был уҡыусыларҙың үҙ-ара дуҫ, өлгөлө булыуҙарының сере нимәлә, тип ҡыҙыҡһынабыҙ синыф етәкселәре Фәнүзә Бәҙгетдин ҡыҙы Хөсәйенованан.
– Улар шулай өйрәнгән, тәрбиәләнгән. Мине, ата-әсәләрен гел ҡыуандырып ҡына торалар. Мәктәптәге барлыҡ байрамдарҙа иң ихлас, иң әүҙем ҡатнашыусы бит үҙҙәре. Сөнки беҙ йырларға ла, бейергә лә, шиғыр һөйләргә лә яратабыҙ. Һәр байрамға яңы бейеү, яңы йыр өйрәнәбеҙ. Әле һеҙ килеүгә лә ныҡ әҙерләндек, был осрашыуҙы көтөп 
алдыҡ.
 
Ауыл клубындағы һәр төрлө мәҙәни сараларҙа ла йыш сығыш яһайбыҙ. 9 Май байрамында уҡыусыларым шиғыр һөйләй. Әйткәндәй, был тантанаға йыл да Орск ҡалаһынан бер ханым килә. Үҙе Һамарҙа тыуған, ата-әсәләре ошонда йәшәгән. Ул: «Мин һеҙҙең уҡыусыларығыҙҙы күрер өсөн генә киләм. Сығыштарын күҙ йәштәре менән тыңлайым. Улар хаҡында ғорурланып таныштарыма һөйләйем», – тип балаларҙы һөйөп-һөйөп, иҫтәлеккә фотоға төшөп ҡайтып китә.
Уҡыусыларымдың девизы ла бар: «Сараларҙа ҡатнашыу кәрәк, ә шулай ҙа иң мөһиме – еңеү!» Улар хәрби-илһөйәрлек, спорт айлығында беренсе синыфтан йыр һәм сафтарҙа тигеҙ атлап йөрөү конкурсында беренселекте бер кемгә лә биргәндәре юҡ! «Күңелле старттар» уйынында ла гел иң-иңе – беҙҙекеләр. Ошондай уңыштарыбыҙ өсөн уҡыусыларымдың атай-әсәйҙәренә рәхмәтлемен. Һәр башланғысымды хуплап ҡына торалар. Айырыуса Ванюковтар ғаиләһенә ҙур рәхмәт. Коллегам, география уҡытыусыһы Александ­ра Васильевна һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙыр­ға әҙер генә тора. Ниндәй ярҙам кәрәк, тип һорашып, ул синыф тормошоноң урта­һында ҡайнап йәшәй. Ҡулы ла оҫта. Балалар­ҙың барыһына ла бөгөнгө кейгән хәрби һәм милли кейемдәрҙе тегеп бирҙе. Шуға ла Милли кейем көнөндә беҙ рәхәтләнеп үҙебеҙҙең матур кейемдәрҙә мәктәпкә киләбеҙ. Уҡыусы – уҡытыу­сы – ғаилә. Ошо өс таған ныҡлы булғанда ғына эштәребеҙ алға барыр, – ти ул.
Бына шулай Һамар мәктәбе уҡыусылары беҙҙе ныҡ ҡыуандырҙы. Улар һәр яҡлап өлгөлө булырға тырыша. Белем усағы директоры Гөлнара Зиннур ҡыҙы Кәримованың гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы булыуына ла һөйөндөк. Ул беҙгә, «Йәншишмә»не күберәк алдырырбыҙ, тип вәғәҙә бирҙе. Эйе, бергә булайыҡ, балалар яратҡан гәзитен уҡып үҫһен ине.
Дуҫлыҡ күпере шулай һалына. Осрашыуҙан ҡәнәғәт булып таралыштыҡ.


Зөһрә ХӘКИМОВА.
Хәйбулла районы.
АВТОР фотолары.
Алға әйҙәй дүртенселәр
Алға әйҙәй дүртенселәр
Алға әйҙәй дүртенселәр
Алға әйҙәй дүртенселәр
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас