

Был белем усағында «Йәншишмә»не алдыралар, яратып уҡыйҙар, гәзит үткәргән бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашалар. Уҡыусыларҙың мәҡәләләре, шиғырҙары, һүрәттәре баҫылып тора. Шуға ла улар менән осрашыуҙар һәр саҡ матур уҙа. Һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәй.
Беҙҙе был юлы ла лицейҙың директоры Руслан Фәтих улы Ғатин, уның урынбаҫарҙары Диана Нур ҡыҙы Утарбаева, Сәлимә Ринат ҡыҙы Исхаҡова һәм тоғро дуҫыбыҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы Мырҙағәлина бик йылы ҡаршы алды. Килеүебеҙҙе Азалиә Ҡасҡынова ла түҙемһеҙләнеп көткән ине.
– Уҡытыусым миңә «Йәш хәбәрсе» танытмаһын тапшырыу хаҡында хәбәр иткәс, ныҡ шатландым. Был исемде алыуыма Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙына рәхмәтлемен. Унан күп нәмәгә өйрәнәм. Яратҡан гәзитебеҙгә ҡарата һөйөү ҙә тәрбиәләй, илһамландыра ла. «Йәншишмә»не алдырып уҡыусы кескәй дуҫтарыма шуны әйтер инем: бәләкәй синыфтан уҡ гәзиткә яҙышып тороғоҙ, белем усағығыҙҙа ниндәй яңылыҡтар бар, шул хаҡта ла башҡаларға еткерегеҙ. Яҙышыу, ҡәләм тибрәтеү файҙаға ғына ул. Үҙегеҙ ҙә оҫтараһығыҙ, икенсенән, мәктәбегеҙҙе лә бар республикаға танытаһығыҙ. Шулай тырышһағыҙ, һеҙ ҙә йәш хәбәрсе булырһығыҙ, — ти Азалиә ҡыуанысы менән бүлешеп.
Был көндө тағы ла беҙҙең гәзиткә әүҙем яҙышып торған IV «Б» синыфы уҡыусыһы Әмилә Мырҙағәлина һәм уның синыфташтары менән дә осрашыу булды. Уҡытыусылары Зөбәйҙә Әүхәҙи ҡыҙы Тойғонова ла – күптәнге дуҫыбыҙ. Дүртенселәр сығарылыш синыфында уҡый, әле шул тантаналы сараға әҙерлек бара ине. Ваҡыттары тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, асыҡтан-асыҡ һөйләшеп алдыҡ. Үҙҙәре бик алсаҡтар, әүҙемдәр, ҡыҙыҡһыныусандар бит әле. Һорауҙарҙы яуҙырҙылар ғына, яуап биреп кенә өлгөр. Иң мөһиме – күпте белергә тырышалар. Шуныһы ҡыуандырҙы. Дүртенселәр беҙҙең гәзит менән дуҫлыҡты нығытырға ла теләй. Уларҙың һүҙен ҡеүәтләп, лицей директоры Руслан Фәтих улы ла: «Элекке башҡарған матур эштәрҙе дауам итербеҙ, гәзиткә яҙылыусыларҙы ла арттырырбыҙ», – тине. Бик хуп! Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
Лицейҙа һигеҙенселәр менән «Өскөл хаттар» акцияһын да үткәрҙек. Уҡыусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы батыр яугирҙарыбыҙға күңел түренән сыҡҡан изге теләктәрен еткереп хаттар яҙҙы. Бының өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлгенә Исмәғил ҡыҙы Яҡшыбаеваға рәхмәтебеҙҙе белдерҙек. Беҙ был хаттарҙы, башҡа синыфтағылар алдан яҙып ҡуйғандарын бергә ҡушып, Баймаҡтағы «Һаҡлаусы фәрештә» ирекмәндәр төркөмөнә тапшырҙыҡ.
Бик иҫтәлекле, файҙалы булды осрашыу. Беҙҙе:
– Тағы ла килегеҙ! – тип оҙатып ҡалдылар.
Зөһрә ХӘКИМОВА.