

Кескәй дуҫтарыбыҙ менән күҙгә-күҙ ҡарашып, ихлас аралашып ҡайттыҡ әле. Бигерәк матур итеп әҙерләнгәндәр. Һәр ваҡыт йылмайып, үҙ эштәрен яратып башҡарған уҡытыусыларыбыҙ Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙына һәм Розалиә Әхмәт ҡыҙына рәхмәтлебеҙ. Улар һәр ваҡыттағыса йөкмәткеле осрашыу ойоштороп, гәзитебеҙ менән дуҫлыҡты нығытып та ҡуйҙы.
Афарин! Бәләкәй ауырғазылар киләһе ярты йыллыҡҡа гәзиткә лә яҙылды. Осрашыуҙан һуң тағы ла "Йәншишмә" гә яҙылыусылар булыр, тип ҡыуанып ҡайттыҡ әле.
Осрашыу хаҡында тулыһынса мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе номерында уҡырһығыҙ.