Осрашыуҙар
24 Апреля , 08:19

Кескәй дуҫтарыбыҙ янында

263-сө балалар баҡсаһына барып, кескәй дуҫтарыбыҙ менән яҡындан танышып ҡайттыҡ әле! Был әүҙем балалар күп конкурстарыбыҙҙа ҡатнаша.

Кескәй дуҫтарыбыҙ янындаКескәй дуҫтарыбыҙ янында
Кескәй дуҫтарыбыҙ янында

“Оя бүләк итәйек” бәйгеһендә лә үҙҙәре яһаған сыйырсыҡ оялары менән фотоға төшөп, эштәрен ебәргәйне улар. Әлбиттә, ҡошсоҡтарға оя эшләүҙә ата-әсәләре ярҙам итһә, тәрбиәселәре фотоларҙы “Йәншишмә”гә адреслап ебәргән. Әйткәндәй, тәрбиәсе апайҙары балалар баҡсаһындағы сараларҙы ла гәзитебеҙ биттәрендә даими яҡтыртып тора – әүҙем яҙышалар.

Конкурс тамамланыу уңайынан үҙҙәрен барып күреп, ҡатнашҡандары өсөн грамоталар тапшырҙыҡ, артабан дә әүҙем булыуҙарын теләнек. Әле уҡый белмәйҙәр, баҫмабыҙҙың һүрәттәрен генә ҡарайҙар, ә тиҙҙән гәзитебеҙҙә нимә яҙылғанын аңлай башларҙар! Башҡорт төркөмө лә бар бит балалар баҡсаһында, улар үҙ ижад емештәрен дә ебәреп торор.

Йылы осрашыу өсөн баҡса мөдиренә, тәрбиәселәргә, хеҙмәткәрҙәргә һәм кескәйҙәргә рәхмәт!

Кескәй дуҫтарыбыҙ янында
Кескәй дуҫтарыбыҙ янында
Кескәй дуҫтарыбыҙ янында
Кескәй дуҫтарыбыҙ янында
Кескәй дуҫтарыбыҙ янында
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас