+14 °С
Облачно
VKOKTelegram
Осрашыуҙар
30 Апреля , 05:58

«Тамыр»ҙың ижади десанты: Саҡмағош гимназияһы телеканал командаһы менән осрашты

Саҡмағош гимназияһында ябай уҡыу көнө ысын байрамға әүерелде. Уға сәбәп – «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы үткәргән «Башҡортостандың иң яҡшы ауыл мәктәбе» конкурсында еңеү. Приз иһә бик елле ине – балаларҙың яратҡан тапшырыуҙарын ижад итеүсе профессионалдар командаһы уҡыусыларға ҡунаҡҡа килде!

«Тамыр»ҙың ижади десанты: Саҡмағош гимназияһы телеканал командаһы менән осрашты«Тамыр»ҙың ижади десанты: Саҡмағош гимназияһы телеканал командаһы менән осрашты
«Тамыр»ҙың ижади десанты: Саҡмағош гимназияһы телеканал командаһы менән осрашты

Сараның төп ваҡиғаһы булып телеканалдың баш режиссеры Әҙилә Һунарғолова менән осрашыу торҙо. Ул – «ТЭФИ-төбәк» премияһы лауреаты, үҫмерҙәр хаҡында «Ышан» мистик сериалы өсөн «Иң яҡшы режиссёр» номинацияһында «Бронза Орфей» алған билдәле шәхес. Гимназияның медиастудияһында шөғөлләнеүселәр өсөн илдең абруйлы телевизион конкурсы лауреаты менән аралашыу баһалап бөткөһөҙ тәжрибә булды. Әҙилә апайҙары оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, һөнәр серҙәре менән бүлеште.

Күңелле аралашыуға концерт айырыуса йәм өҫтәне. «Тамыр» телеканалының вокал студияһы дәртле йырҙар менән сығыш яһаны, ә гимназистар ҙа матур бейеүҙәр, шиғырҙар һәм йырҙар әҙерләгән.

Йәш тамашасыларҙа башҡорт йолалары һәм мәҙәниәте хаҡындағы «Нурбостан» йәнһүрәте айырыуса ҙур һоҡланыу уятты. Артабан уның буйынса интерактив уйын үтте, һәр кем тапҡырлығын һәм белемен күрһәтте. Осрашыу аҙағында һәр уҡыусыға «Тамыр»ҙан иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

 

Гүзәл ЙОСОПОВА-БИКМӘТОВА.

Фотолар "Тамыр" телеканалы сайтынан алынды.

«Тамыр»ҙың ижади десанты: Саҡмағош гимназияһы телеканал командаһы менән осрашты
«Тамыр»ҙың ижади десанты: Саҡмағош гимназияһы телеканал командаһы менән осрашты
«Тамыр»ҙың ижади десанты: Саҡмағош гимназияһы телеканал командаһы менән осрашты
«Тамыр»ҙың ижади десанты: Саҡмағош гимназияһы телеканал командаһы менән осрашты
«Тамыр»ҙың ижади десанты: Саҡмағош гимназияһы телеканал командаһы менән осрашты
«Тамыр»ҙың ижади десанты: Саҡмағош гимназияһы телеканал командаһы менән осрашты
«Тамыр»ҙың ижади десанты: Саҡмағош гимназияһы телеканал командаһы менән осрашты
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас