– Мин һеҙҙең янға ашҡынып килеп еттем, – тине яугир. – Бигерәк әүҙемһегеҙ, үҙегеҙгә һоҡланып туймайым. Бына әле шайморатовсылар, йәғни VIII «А» синыфы уҡыусылары, «Өскөл хаттар» акцияһына ҡушылған икән. Бик изге эш, һеҙҙең хаттарығыҙҙы яугир ағайҙарығыҙ көтөп ала, кеҫәләрендә һаҡлап ҡына йөрөтә.
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ла ҡатнашҡанһығыҙ. Быныһы ла маҡтауға лайыҡ. Туған телде белеү кәрәк. Яугир ағайҙарығыҙ ҙа дошмандан һаҡланғанда уны оҫта ҡуллана. Улар үҙ-ара башҡортса ғына бәйләнеш тотоп, ҡаршы яҡ көстәр өсөн ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Шуға ла белеп ҡуйығыҙ: төрлө телдәрҙе белеү бер ҡасан да артыҡ булмай. Мин үҙем дә башҡортса аңлайым. Тағы ла үзбәксә һөйләшә алам, сөнки Үзбәкстанда йәшәгәйнек.
Илья Николаевич осрашыуға саҡырған өсөн рәхмәтен дә белдерҙе. Уҡыусыларҙы тырышып уҡырға, белемле, илһөйәр булып үҫергә лә саҡырҙы.
Әйткәндәй, «Юлдаш» радиоһының ирекмән-журналистары гәзит бүләк итеү акцияһында ҡатнашҡайны. Улар VI синыфтан Илмира Ғәлиәхмәтова менән Финан Ғәлингә «Йәншишмә» гәзитен яҙҙырҙы. Был уҡыусыларҙың атайҙары махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Икеһенә лә яҙылыу квитанцияларын тапшырҙыҡ, гәзитебеҙҙе рәхәтләнеп уҡырҙар әле. Был хәбәргә Илмираның II «А» синыфында уҡыған ҡустыһы Ислам да бик ныҡ шатланды.
Беҙ барған көндө гимназияға һөйөнөслө хәбәр килеп етте. II «А» синыфы уҡыусыһы Айлина Хәбибуллина Өфө ҡалаһында үткән «Мисс Башҡортостан» республика матурлыҡ конкурсында Гран-при һәм «Визитка» номинацияһында призлы урын яулаған! Уны беҙ ҙә ҡотланыҡ.
Айлина гел «бишле» билдәләренә генә уҡый. Биш йәшенән райондағы «Быҙыбыт» өлгөлө бейеү ансамбленә йөрөй. Белгегеҙ килһә, атаһы Илшат Хәбибуллин – ансамблдең етәксеһе.
Беҙ бында яңыраҡ ҡына күрһәтелгән «Беҙҙе ҡалдырмағыҙ!» нәфис фильмында Тимур ролен башҡарған йәш артист, ошо белем усағының IX синыфында уҡыусы Ансар Шәйәхмәтовты ла осраттыҡ. Ул да осрашыуға килеп еткәйне. Бик ихлас әңгәмәсе икән үҙе. Ансар тураһында гәзитебеҙҙең алдағы һандарының береһендә уҡырһығыҙ әле.
Был белем усағының йәнә бер яңылығын ишеткәс, яҙмай китеү яҙыҡ булыр ул. Гимназияның «АгроЭкспериментариум» проекты Республика Башлығы гранттары конкурсында еңеү яулаған икән. Уның етәксеһе – химия уҡытыусыһы Эльмира Ғизетдинова. Был проекттың маҡсаты ауыл хужалығы һөнәрҙәрен популярлаштырыуға һәм абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән. Шуға ла районда асылған агросиныфтарҙың химия һәм биология уҡытыусылары менән тығыҙ эш алып барыла. Семинарҙар, Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусылары һәм студенттары менән осрашыу, оҫталыҡ дәрестәре, һөнәр һайлау буйынса әңгәмәләр үткәрелә. Шулай уҡ ғәмәли эштәр ҙә бик мауыҡтырғыс булмаҡсы – йәш белгестәр сәскә үҫентеләрен сәсеп, уларҙың үҫешен, сирҙәргә тотороҡлоғон, ашламаларҙың уңдырышлығын тикшереп торасаҡ.
Проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында 20-ләп сара планға индерелгән. «Изгелек шишмәһе» тигәнендә ҡарттар һәм һаулыҡтары буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр пансионатының «Мәңгелек ут», МХО яугирҙары аллеяһының тирә-яғына сәскәләр ултыртыу кеүек эштәр ҙә бар.
«Тәҙрәм төбөндә – йәшел түтәлем» исемле үҫемлек һәм бөжәктәр донъяһы тураһындағы эш планында уҡыусыларҙың теоретик белемдәрен арттырыу өсөн «Бөжәктәр өсөн ятаҡ» конкурсын үткәреү ҡаралған. Махсус бүлмәлә һыу һәм тупраҡтан ентекле анализ алыу өсөн мини-лаборатория, үҫенте үҫтереү өсөн автоматлаштырылған һыу һибеү системаһы ла бар. Ул махсуслаштырылған һөнәри гидропоника ҡоролмаһы, фотоға төшөрөү, ноутбукка сығарырға ҡулайлаштырылған цифрлы микроскоп менән дә байытылған.
Бүлмәләге таблица, стендтар – бөтәһе лә уҡыу процесын ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп үткәреү өсөн ҡуйылған. Проект менән шөғөлләнеүсе 20 уҡыусы өсөн мультимедия йыйылмаһы, төҫлө принтер ҙа бар. Бөтә шарттар ҙа булдырылған, шөғөлләнергә теләгең генә булһын.
Бына шулай гимназияла булып, йылы тәьҫораттар менән ҡайттыҡ әле. Уҡыусыларға тырышып уҡырға һәм төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулап ҡына торорға инде. Уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ һеҙгә, гимназистар!