+20 °С
Облачно
VKOKTelegram
Осрашыуҙар
25 Мая , 09:50

Талбазыла дуҫтарыбыҙ күп

Редакциябыҙға был белем усағынан хаттар күпләп килә. Балалар береһенән-береһе уҙҙырып мәҡәләләр яҙа ғына. Уҡып ҡына өлгөр. Уҡытыусылары ла әүҙем.

Талбазыла дуҫтарыбыҙ күпТалбазыла дуҫтарыбыҙ күп
Талбазыла дуҫтарыбыҙ күп
Уларҙы ҡыҙыҡһындырып, дәртләндереп кенә торалар. Кемдәрҙе маҡтай­һығыҙ, тиһегеҙме? Әлбиттә, һүҙебеҙ Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының тырыш, әүҙем уҡыусылары хаҡында. Яңыраҡ улар менән дә күҙгә-күҙ ҡарашып, ихлас осрашып ҡайттыҡ әле. Күптәре гәзитебеҙ ойошторған төрлө бәйге еңеүселәре бит. Бер бар­ғанда барыһына ла бүләктәрен тапшырырбыҙ, тип осрашыуҙы кисектерә килгәйнек.
Осрашыуға Талбазылағы лицей уҡыу­сылары ла саҡырылғайны. Улар­ҙы баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйсә Усман ҡыҙы Ислам­ғолова алып килгәйне. Бер юлы әүҙем авторыбыҙҙы гәзитебеҙҙең лауреаты булыуы менән дә ҡотланыҡ.
Шулай ҙа был көндө иң ныҡ ҡыуанғаны IV синыф уҡыусыһы Асия Әсфәндиәрова булғандыр. Уға беҙ гәзитебеҙҙең йәш хәбәрсеһе танытмаһын тапшырҙыҡ. Эйе, Асия был осра­шыу­ҙы ныҡ көткән, хатта әсәһе менән «Киләсәк һинән башлана, «Йәншишмә» тигән күстәнәс-бәлеш бешереп килтергән ине. Барыһы ла таң ҡалды!
Сараны йөкмәткеле һәм иҫтәлекле итеп әҙерләгән уҡытыусылар Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙына һәм Розалиә Әхмәт ҡыҙына ҙур рәхмәтлебеҙ. Улар – икеһе лә «Йән­шишмә»нең тоғро дуҫтары. Уҡыусылары ла гәзитебеҙгә дәррәү яҙылып, мәҡәләләрен, шиғырҙарын, һүрәттәрен редакцияға ебәреп тора.
Гимназия директоры Светлана Рәшит ҡыҙы ла маҡтауға лайыҡ. Бына бөгөн осрашыу­ҙы ла матур итеп үткәрҙеләр. Белем усағы шау-гөр килеп тор­ҙо. Балаларҙы иҫтәлекле бүләктәр менән ҡы­уандыр­ҙыҡ, уларҙың йөҙҙәре ҡояштай балҡый ине.
Дуҫтарыбыҙ янына тағы ла килербеҙ әле. Дуҫлығыбыҙ дауам итһен!


Зөһрә ХӘКИМОВА.
Ауырғазы районы.
Талбазыла дуҫтарыбыҙ күп
Талбазыла дуҫтарыбыҙ күп
Талбазыла дуҫтарыбыҙ күп
Талбазыла дуҫтарыбыҙ күп
Талбазыла дуҫтарыбыҙ күп
Талбазыла дуҫтарыбыҙ күп
Талбазыла дуҫтарыбыҙ күп
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас