

Гөлшат Учалы ҡалаһында тыуған. БДУ-ның Сибай филиалын тамамлаған. Башҡорт ҡыҙы туған телен яҡшы белә, әммә әлегә китаптарында урыҫ телендә халҡыбыҙ тураһында һөйләүҙе маҡсат итеп ҡуйған.
"Китап планетаһы" магазины майҙансығында абруйлы әҙәби конкурстар финалисы, "Четверка из Трясины", "Колючий детектив" тигән сериялары, "Дело отеля "Тупик", "Дело сумеречных котов' , "Фантастическая четвёрка", "Бум странных дел", "Шкатулки Шульгана" тигән китаптар авторы Гөлшат Әбдиева менән ижади осрашыу булды.
Уны өләсәһе бәләкәйҙән уҡырға һәм яҙырға өйрәткән һәм ҡыҙ дүрт йәшендә беренсе әкиәтен ижад иткән. Уйлап сығарыу һәләте, мөмкинлеге булыуын да өләсәһе әйткән. Уҡыусы сағында детективтар уҡырға яратҡан, әле үҙе лә ошо йүнәлештә ижад итә. Тәүге китабы 31 йәшендә баҫылып сыға. Әйткәндәй, "Шкатулки Шульгана" тигәнен өләсәһенә бағышлап, уның тормошона бәйләп яҙған.
"Колючий детектив" китабындағы күп шаяртыуҙар иһә улы менән тормош иптәшенең телмәренән алынған.
Танылған балалар яҙыусыһы әлеге ваҡытта тулыһынса ижад донъяһына сумған. Уның әҫәрҙәре бик популяр һәм төрлө нәшриәттәрҙә баҫыла, баҫмаларҙа сыға. Китап байрамының бер маҡсаты - яҙыусылар, әҫәрҙәр менән таныштырыу. Ә һеҙ яҡташ яҙыусыбыҙҙың ижады менән танышмы, дуҫтар?