+17 °С
Дождь
VKOKМакс
Осрашыуҙар
14 Июля , 09:21

Журналистика мэтры Эрнест Мацкявичюс менән осрашыу

Билдәле Рәсәй журналисы һәм телевидение алып барыусыһы Эрнест Мацкявичюсты күптәр белә.

Журналистика мэтры Эрнест Мацкявичюс менән осрашыуЖурналистика мэтры Эрнест Мацкявичюс менән осрашыу
Журналистика мэтры Эрнест Мацкявичюс менән осрашыу

Өфөгә килгән ҡунаҡ менән бер төркөм журналистар, матбуғат хеҙмәте вәкилдәре, магистранттар, аспиранттар осрашты.

Билдәле Рәсәй журналисы һәм телевидение алып барыусыһы Эрнест Мацкявичюсты күптәр белә. Бәләкәйҙән ижади мөхиттә үҫә, уҡырға һәм яҙырға иртә өйрәнә ул. Башланғыс синыфтарҙа тәүге шиғырҙары, бәләкәй хикәйәләре, ҡыҫҡа сәхнә әҫәрҙәре ижад итә башлай.

Әсәһе – хәбәрсе, атаһы артист булғас:

– Минең алда ике юл тора ине, шулай ҙа журналистиканы һайланым, – ти Эрнест Мацкявичюс. Ысынлап та, йәш егет төрлө каналдарҙа тапшырыуҙар алып барып, билдәле тележурналист булып китә. Әле “Рәсәй” телеканалында эшләй.

Буласаҡ журналистарға Мацкявичюс үҙе яратып уҡыған китаптарын да тәҡдим итте. Сергей Довлатов, Александр Дюма, Джек Лондон, Эрнест Хемингуэй, Жюль Верн, Джером Сэлинджер әҫәрҙәре күп нәмәгә өйрәтәсәк, тине ул.

 

Журналистика мэтры Эрнест Мацкявичюс менән осрашыу
Журналистика мэтры Эрнест Мацкявичюс менән осрашыу
Журналистика мэтры Эрнест Мацкявичюс менән осрашыу
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас