+20 °С
Облачно
VKOKМакс
Осрашыуҙар
24 Июля , 11:37

Журналистар “Журналист” менән осрашты

Матбуғат йортонда иҫтәлекле осрашыу үтте. МХО биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан коллегабыҙ, “Журналист” позывнойлы яугир Рафиҡ Әхмәтшин ғаиләһе менән килгәйне.

Журналистар “Журналист” менән осраштыЖурналистар “Журналист” менән осрашты
Журналистар “Журналист” менән осрашты

– Әле махсус хәрби операция башланғанға тиклем үк Луганск Халыҡ Республикаһында бер нисә рәт командировкала булырға тура килде. Гуманитар йөк менән барҙыҡ. Ә 2023 йылдың 6 декабрендә үҙем контракт төҙөнөм, – ти ул.

Рафиҡ Үзбәк улы “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының хәрби-сәйәси бүлегендә хеҙмәт итә. Оҙаҡ йылдар БСТ каналында эшләгән журналист булараҡ, МХО биләмәһендә лә тура эфирҙарға сыға, подкастар төшөрә, телекүперҙәр ойоштора ул. Уның каналдарында “Журналист яҙмалары” менән дә танышырға мөмкин.

Яңыраҡ коллегабыҙ күркәм юбилейын билдәләне. Әле ял ваҡытында ул ғаиләһе менән күберәк ваҡыт үткәрергә тырыша. Рафиҡ Үзбәк улы гуманитар йөк йыйып ебәреп тороусы бөтә журналистарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Әле егеттәребеҙгә мотобур һәм балыҡсы ауҙары күпләп кәрәклеген билдәләне.

 

Юлай Кәримов фотолары.

Журналистар “Журналист” менән осрашты
Журналистар “Журналист” менән осрашты
Журналистар “Журналист” менән осрашты
Журналистар “Журналист” менән осрашты
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас