

Тырыш уҡыусылар йәй буйы ғына түгел, әле лә баҡсаны тәртиптә тотоуҙы дауам итә. Ошо аҙнала IV cиныф уҡыусылары (етәкселәре — В.М. Ҡасҡынова) хеҙмәт эшмәкәрлеген ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған.
— Уҡыусыларымдың баҡсала оҫта эшләй белеүҙәре һоҡландыра. Улар өйҙә лә атай-әсәйҙәренә йәшелсә һәм сәскәләр үҫтереүҙә ярҙам иткәндәре күренеп тора, үҙ-ара дуҫ булыуҙары ла матур күренеш. Мәктәп яны участкаһында эшләү — шулай уҡ хеҙмәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү ул. Хеҙмәт барышында уҡыусылар яуаплылыҡҡа, тәптипкә, бер командала эшләү оҫталығына өйрәнә. Улар үҙҙәренең эш һөҙөмтәһен күреп, шулай хеҙмәттә сынығып үҫә, — ти тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Венера Морат ҡыҙы.
Афарин, бишенселәр!