+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
4 Октябрь 2019, 17:26

5 октябрь – Уҡытыусылар көнө

Иң-иңе ул Яратҡан уҡытыусың кем, тиһәләр, мин, һис уйлап тормаҫтан, инглиз теленән белем биреүсе – Зәлиә Ирназарова, тип яуаплайым.

Ул – бик көслө уҡытыусы, беҙҙең синыфтағы ун туғыҙ баланы тырышып уҡыта. Үҙенең инглизсә матур итеп һөйләшеүе лә һоҡландыра.


Әҙилә АЙЫТҠОЛОВА.

Уҡытыусылар нәҫеленән мин

Әсәйем миңә гел генә, һин уҡытыусылар ғаиләһенән, тип әйтә. Ысынлап та, ҡәҙерлеләремдең икеһе лә – был һөнәр эйәләре. Атайым физкультуранан уҡытһа, әсәйем башланғыс синыфтарҙа белем бирә.

Туғандарым араһында ла педагогтар байтаҡ икән. Өләсәйем 34 йыл Әхмәр мәктәбендә балаларға математика серҙәрен өйрәтеп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Рәмзиә инәйем менән Ирек олатайым да белем усағында эшләй. Икеһе лә – мәғариф алдынғылары.

Тағы ла өс инәйем – уҡытыусылар. Себер тарафтарында йәшәгән Наил еҙнәйем дә физкультура дәресен алып бара.

Уларҙы һәм бөтә уҡытыусыларҙы ла һөнәри байрамдары менән ҡотлайым, иҫәнлек-һаулыҡ, тик уңыштар ғына теләйем.


Ильяс ВАҺАПОВ.


Минең иң яратҡан уҡытыусым – Ләлә Рафиҡова. Уның башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән үткәргән дәрестәрен бик яратам. Таныш булмаған һүҙҙәрҙе ябай итеп аңлатыуы, һорау­ҙарыбыҙға асыҡ итеп яуап биреүе оҡшай. Уҡытыусым кеүек күпте белгем, туған телдә матур итеп аралаш­ҡым, яҙғым килә.


Шәүрә ӘХМӘРОВА.

Бер ҙә тик ултырмай

Ҡәрсәйемдең исеме Рәйфә Айытҡолова. Ул – уҡытыусы. Математиканан 35 йыл белем биреп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Рәсәй Федерацияһының почётлы мәғариф хеҙмәткәре. Әле миңә ошо фәндән өйгә эштәр әҙерләргә лә ярҙамлаша.

Хаҡлы ялда булһа ла, бер ҙә өйҙә тик ултырмай: ағинәйҙәр ансамблен етәкләй, бергәләп төрлө байрамдар ойошторалар. Матур бейей, оҫта йырлай ҙа үҙе. Кешеләргә аҡыллы кәңәштәре менән дә ярҙам итергә әҙер.

Айҙар АЙЫТҠОЛОВ.

Гөлзәминә Рөстәнова ҡулыбыҙҙан етәкләп тәүге тапҡыр белем донъяһына алып инде. Ул беҙҙең өсөн икенсе әсәй кеүек булды. Түҙемле, егәрле, һиҙгер уҡытыусым һәр беребеҙҙең күңеленә үтеп инә белде. Гел генә йылмайып тороуы – үҙе бер байрам! Уны бик яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ.


Линара ҠОТЛОҒУЖИНА, V «Б» синыфы уҡыусылары.
Баймаҡ районы, Иҫке Сибай мәктәбе.

Читайте нас: