Республика көнө алдынан юғары дәүләт наградалары менән 62 кеше бүләкләнде. Улар сәнәғәт, төҙөлөш, энергетика, бәйләнеш, дәүләт хеҙмәте, сауҙа, социаль өлкә, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт, матбуғат, спорт өлкәһендә хеҙмәт итә. Маҡтаулы исемгә лайыҡ булыусыларҙы республика Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.