Уға был юғары баһа "Тылсымлы ҡәләм" китабы өсөн бирелде. Өлкәндәр өсөн киң билдәле "Мөхәббәткә мәҙхиә", "Йөрәк хаты", "Әҙәм вә Һауа" исемле һәм башҡа шиғри йыйынтыҡтары, "Йыртҡыс ҡаны", "Ҡатындар" тигән проза әҫәрҙәре менән бер рәттән, Гөлнур Яҡупова балалар әҙәбиәтендә лә ҡолас йәйеп ижад итә. Талантлы прозаик ― балаларға тәғәйенләнгән ундарса йыйынтыҡ авторы. Беҙ Гөлнур апайҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, үҙенең Сысҡан йылы ла ҙур уңыштар килтереүен теләйбеҙ!