+2 °С
Облачно
VKOKМакс
Ҡотлайбыҙ!
12 Февраля 2020, 06:18

Ҡотлайым мин "Йәншишмә"не оло байрамы менән!

«Башҡортостан пионеры»нУҡып үҫкән малай мин!Хәҙер шул саҡты һағыныпЙәшәүсе бер ағай мин!

Добавить в предпочтительные источники Google
Иң беренсе шиғырым да

Һеҙҙә баҫылған ине!

Шиғриәттең ишектәре

Һеҙҙә асылған ине!


Түбәм күккә тейгән ине,

Осҡан инем күктәргә!

Шунан бирле һаман осам,

Осоп ҡайтам үткәнгә!


Ә үткәндә – бала сағым,

Иң бәхетле саҡтарым!

Ул саҡтарҙы әлегәсә

Мин күңелдә һаҡланым...


«Йәншишмә» – бала саҡ иле,

«Йәншишмә» ул – йәнтөйәк.

Килһен ул һеҙҙең өйҙәргә

Матурлыҡ һәм йәм тейәп.


Ҡотлайым мин «Йәншишмә»не

Оло байрамы менән.

Шиғри теләктәрем менән,

Шиғыр бәйләме менән.


Ҡотлайым мин «Йәншишмә»нең

Ҡыҙҙарын, улдарын да!

Һәр ваҡыт «Йәншишмә» булһын

Уларҙың ҡулдарында!


Роберт МИҢНУЛЛИН, Татарстандың халыҡ шағиры.

Читайте нас