+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
6 Март 2020, 16:08

Премиябыҙ – Заһиҙә Рәжәповаға!

Һөйөнсө! Гәзитебеҙҙең Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премияһына быйыл Заһиҙә Рәжәпова лайыҡ булды!

«Йәншишмә»нең иң әүҙем йәш хәбәрселәренең береһе ул. Беҙ үткәргән бәйгеләрҙә ҡатнашып та гел генә еңеү яулай. Үҙе даланлы ла. Редакция ойошторған «Йәншишмә» – лото» уйынында ла төп призды отҡаны бар. Гәзитебеҙҙә элекке йәш хәбәрсебеҙ Лилиә Нуретдинова алып барған «Оҫталыҡ дәрестәре»ндә үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашып, тоҡомло ҡуяндар менән бүләкләнгәйне.

Заһиҙә Ҡаҙмаш мәктәбендә X синыфта «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡый. Былтыр көҙ Сибай ҡалаһында Таңсулпан Ғарипова призына ойошторолған республика бәйгеһендә журналистика йүнәлеше буйынса икенсе урын яулап һөйөнгән. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән район олимпиада­һында призёр була.

Әйткәндәй, Ғәби­ҙулла Зарипов исемендәге премия 2001 йылда булдырыл­ғайны. Иң тәүгеһе Әбйәлил районының Ишҡол мәктәбенән Айгиз Сафинға тапшырылды. Бына әле тағы ла ошо райондан Заһиҙә Рәжәпова бүләгебеҙгә лайыҡ булды. Ә бит премиябыҙҙы 2003 йылда – Әлфиә Һатлыҡова, 2006 йылда Миңзәлә Асҡарова алғайны. Был ҡыҙҙарҙың өсөһө лә – Ҡаҙмаштан! Афарин, ҡаҙмаштар, афарин, әбйәлилдәр!
Читайте нас: